Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
21 Марта 2022, 03:37

Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?

Йод, зеленка, хатта икмәк тә ярҙамға килер…

Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?
Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн нимә менән ашларға?

Икмәк
Бер биҙрәнең 2/3 өлөшөнә ҡара икмәк һалып, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ ҙа икмәк өҫтөнә йә таш, йә кирбес һалабыҙ. Биҙрәне йылы урынға, мәҫәлән, теплицаға 7 – 10 көнгә ултыртып ҡуябыҙ.


Көл
10 аш ҡалағы көлдө 5 литр һыу менән бутап, шулай уҡ 7 – 10 көнгә ҡалдырабыҙ. Даими рәүештә көл тоноғон болғап торор кәрәк.


Әсетке
10 грамм ҡоро әсеткене 10 литр һыуҙа иретәбеҙ. Был шыйыҡсаға 2 аш ҡалағы шәкәр өҫтәргә кәрәк. 2-3 сәғәттән 50 литр һыу өҫтәп ҡулланырға була.


Тауыҡ тиҙәге
Ҙур һауыттың 1/3 бер өлөшөнә тауыҡ тиҙәге һәм һыу һалып, шулай уҡ йылы ергә 3-4 көнгә ултыртабыҙ. Даими рәүештә шыйыҡсаны болғап торорға кәрәк. Әҙер ашламаны 1/3 дәүмәлендә һыу өҫтәп ҡоябыҙ. 1 квадрат метр майҙанға яҡынса 1,5 литр ашлама эләгергә тейеш.


Зеленка һәм йод
Онло ысыҡтан иң шәп ярҙамсылар. 9 литр һыуға 1 литр һөт һәм 10-12 там¬сы йод өҫтәйбеҙ ҙә әҙер шыйыҡсаны һибәбеҙ.
Тамырҙар серегәндә бер биҙрә һыуға 10 тамсы зеленка өҫтәп, үҫентеләргә һиптереп сығырға кәрәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас