Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2022, 08:25

Был матур йорт-музей ҡайҙа урынлашҡан?

Унда ниндәй күргәҙмәләр бар?

Был матур йорт-музей ҡайҙа урынлашҡан?
Был матур йорт-музей ҡайҙа урынлашҡан?

Салауат районында ғәҙәти булмаған музей асылды, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите. Йәмле Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Комсомол ауылында матур йортта урынлашҡан этнография һәм милли кейемдәр музейына беҙҙең дә барғыбыҙ, боронғо ҡомартҡыларҙы күргебеҙ килеп китте...
Музейҙы ойоштороуға ихлас тотонған, уға йән өргән, Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәрен әҙерләүҙә ҙур оҫталыҡ, ижади ҡомарлыҡ күрһәткән фольклорсы-этнограф Гөлдәр Шәбиеваға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, ти Салауат районы халҡы. Музейға киләсәктә туристар ағымы өҙөлмәҫ, ата-бабаларҙың тормош-көнкүреше менән ҡыҙыҡһыныусылар артыр, тип уйлайбыҙ. Рәхим итегеҙ, ҡунаҡсыл йорт һеҙҙе көтә!
Фото: “Салауат ерендә” гәзите.
Источник: https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-08-07/byl-yortta-ni-r-bar-2900722

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: