Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2022, 08:57

Сертификаттар - күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкаһы урынына

Үҙгәрештәр раҫланды

Сертификаттар - күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкаһы урынына
Сертификаттар - күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкаһы урынына

Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләү тәртибенә үҙгәрештәр раҫланды. Республикала йәшәүселәр өсөн сертификаттың күләме - 250 мең һум.

Сертификатты нисек ҡулланып була?
- торлаҡ шарттарын яҡшыртыу;
- ипотека буйынса тәүге иғәнәне түләү;
- бурыстың төп суммаһын, ипотека буйынса проценттарҙы түләү;
- ер участкаһы һатып алыу;
- йорт төҙөп бөтөү;
- торлаҡ һатып алыуға тотоноу.

Сертификат алыу өсөн ниндәй документтар кәрәк: ғариза, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ, ата-әсәнең һәм балаларҙың паспорт мәғлүмәттәре күсермәһе.

Бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе ҡасан алырға мөмкин:
- 2016 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торһағыҙ, 2022 йылда;
- 2019 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торһағыҙ, 2023 йылда;
- 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торһағыҙ, 2024 йылда;
- 2023 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торһағыҙ, 2025 йылда.

Был, ер участкаһына булған сиратты иҫәпкә алып, түләү алыу сиратын боҙмау өсөн уңайлы.

Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү таныҡлығының ваҡыты сикләнмәй. Быға тиклем бирелгән таныҡлыҡтар ҙа шундай характер ала.

Тағы нимә үҙгәрҙе? Элек бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыу милеккә ер участкаһы алыу сиратынан сығарыу өсөн нигеҙ булып тора ине.

Ә хәҙер аҡсалата түләү таныҡлығы тапшырғандан һуң ғаилә өс эш көнө дауамында иҫәптән төшөрөлә.

Ғаризаны ҡайҙа тапшырырға мөмкин?
- Район хакимиәтенә. Тиҙҙән ғаризаны Күп функциялы үҙәк аша бирергә мөмкин буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 272-95-53 (9:00-18:00, дүшәмбе-йома)

Хоҡуҡи актҡа һылтанма: https://npa.bashkortostan.ru/36003/
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: