Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2022, 09:29

Тағы ла өй янған...

Бындай ҡазаларҙан Хоҙай үҙе аралаһын!

Тағы ла өй янған...
Тағы ла өй янған...

Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында йәшәүсе Вәсилә һәм Ғәбит Йәғәфәровтар оло бәләгә тарыған – өйҙәре янып киткән. Ут тотош донъяларын көл-күмергә ҡалдырған. Бөгөн был ғаилә өйһөҙ, кейемһеҙ, һауыт-һабаһыҙ, ғөмүмән, донъя көткәндә кәрәк була торған бер нәмәһеҙ ҡалды.

Райондаштары уларға ярҙам ниәте менән аҡса йыйыу өсөн иҫәп асыу тураһында мәғлүмәт һалған.
- Берҙәмлек өлгөһө күрһәтәйек – оло йәштәге кешеләрҙе бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, - ти улар.
Беҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ, кем күпме күсерә ала, ярҙам итәйек!


Аҡсаны Сбербанк картаһына бәйләнгән 89373121826 телефон номеры буйынса күсерергә мөмкин (ҡыҙҙары Гөлнара Ғәбит ҡыҙы Дауытова исемендә).


Ут менән ныҡ һаҡ булайыҡ.
Источник: "Таң" гәзите.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: