Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2022, 11:05

Йыл һайын Башҡортостанда меңгә яҡын кеше юғала

Улар тураһында мәғлүмәт “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отрядына тапшырыла

Йыл һайын Башҡортостанда меңгә яҡын кеше юғала
Йыл һайын Башҡортостанда меңгә яҡын кеше юғала

Улар өсөн йыш ҡына махсус уҡыуҙар ҙа ойошторола. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Ирекмәндәрҙән торған "ЛизаАлерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды юғалған кешеләрҙе эҙләү, ҡотҡарыу менән бушлай шөғөлләнә. Отряд ағзалары бәләгә тарыусыларға ысын күңелдән ярҙам итә. Йәйен-ҡышын ойошторолоп торған уҡыуҙар яңы килеүселәр өсөн генә түгел, ә был эштә тәжрибәләре булғандар өсөн дә файҙалы. "ЛизаАлерт" ортяды эш өсөн бар кәрәкле әйберҙәр менән дә тәьмин ителгән.
Мобиль бәйләнеште федераль операторҙарҙың береһе тәъмин итә, ялан шарттарында ҡулланыу өсөн интернет та бар. Бындай уҡыуҙарҙы "ЛизаАлерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡышын да ойоштора. Күп осраҡта кеше ғүмере туранан-тура беҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа бәйләнгән, ти ирекмәндәр.
Источник: ГТРК Башкортостан.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: