Ауыл уттары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2022, 05:55

Экспортсыларға тауар ташыуға киткән сығымды ҡайтаралар

Ғаризаны ҡайҙа бирергә?

Экспортсыларға тауар ташыуға киткән сығымды ҡайтаралар
Экспортсыларға тауар ташыуға киткән сығымды ҡайтаралар

Башҡортостанда экспортсыларға тауар ташыуға киткән сығымды ҡайтаралар. Был сығымдарҙың өлөшөн ҡайтарыу Хөкүмәт ҡарарына ярашлы атҡарыла.
Предприятиелар 2024 йылдың аҙағына тиклем сәнәғәт тауарын ташыуға киткән сығымдарҙың 80 процентҡа тиклемен ҡайтарған субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Был модель ойошмаларҙы әһәмиәткә ҡарап һайлауҙы һәм һайлап алыуҙа ҡатнашыуға алдан документ биреүҙе талап итмәй.
– Һуңғы ваҡытта юлға сығымдар ҡырҡа артты. Яңы сара сәнәғәт тармағында проекттарын ғәмәлгә ашырған инвесторҙарға һиҙерлек ярҙам күрһәтәсәк. Экспортсылар ғәмәлгә ашырылған осраҡтар буйынса бюджет саралары лимиты сиктәрендә субсидияға иҫәп тота ала, шул уҡ ваҡытта ғаризаны Рәсәй экспорт үҙәгенә бирергә кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, экспортҡа эшләгән предприятиеларға субсидия быйыл һигеҙ миллиард һум бүленгән. Әле булған механизмдарҙы көйләү һәм яңыларын ебәреүгә әҙерлек бара.
Ярҙам “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектында (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») ҡаралған. Ил Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән милли проект Рәсәй компанияларының Рәсәй баҙарына сығыуға шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
Фото: kr-rb.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: