Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 16:21

Азат Айытҡолов “Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” Ордены миҙалы менән бүләкләнде

Эшен яратып, еренә еткереп эшләгән музыкант был ҡаҙаныштар менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, изге уй-хыялдар менән янып йәшәй

Азат Айытҡолов “Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” Ордены миҙалы менән бүләкләнде
Азат Айытҡолов “Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” Ордены миҙалы менән бүләкләнде

Рәсәй мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Рәсәй президенты Владимир Путин Указы менән Азат Айытҡолов “Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” Ордены миҙалы менән бүләкләнде. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған малай Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында белем алған. 11 йәшенән ҡурайҙы үҙ итеп, бына инде 55 йыл Азат Миңлеғәле улы милли музыка ҡоралын ҡулынан төшөрмәй.Азат Айытҡолов ҡурайҙа уйнағанда бөтә көйҙәрҙе нескәлектәрен тойоп, тәрәндән аңлап, үҙе аша үткәрә. Шуға ла кеше уның башҡарыуында ҡурай моңо кешеләрҙең күңеленә, йөрәктәренә үтеп инә.Ишмулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин, Ғата Сөләймәнов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙе – үҙенең остаздарын юбиляр ҡәҙерләп иҫкә алды. Хәҙер инде Азат Миңлеғәле улы үҙе ошо быуындан-быуынға күсә килгән рухи хазинаны йәштәргә түкмәй-сәсмәй еткерә. Музыкантты сәхнә үҫтерә, тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүем менән бәхетлемен, ти ҡурайсы. Рәсәй генә түгел, төрлө илдәрҙә сит халыҡтарҙы ҡурай моңо менән таныштыра ул. Былтыр республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.Эшен яратып, еренә еткереп эшләгән музыкант был ҡаҙаныштар менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, изге уй-хыялдар менән янып йәшәй.Ҡурайға мин ғүмерем буйы хеҙмәт иттем һәм артабан да уға тоғро буласаҡмын, ти Азат Айытҡолов. Тап уның кеүек башҡорт халҡының данлы улдары булғанда ҡурай сәнғәтенең сәскә атыуы һәм башҡорт мәҙәниәтенең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.Рәсәй президенты Владимир Путин Указы менән шулай уҡ Сергей Игнатенко и Тәлғәт Мәсәлимовҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

Источник: ГТРК Башҡортостан.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: