Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 16:28

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Былтырғыға ҡарағанда хаҡтар күпмегә артҡан?

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Беренсе класҡа ҡыҙын әҙерләүсе Гөлшат Хәйризаманова Мәскәү ҡалаһынан ялға ҡайтҡан. Башҡортостанда хаҡтар Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда арзаныраҡ, шуға ла мөмкинлек булғанда балалар өсөн мәктәп кейемен үҙебеҙҙең кибеттәрҙән һайлайым, ти ханым.Был кейемдәрҙән тыш беренсе класс балаһына тағын аяҡ кейемдәре, спорт костюмы, канцелярия тауарҙары ла кәрәк. Беренсе класс балаларын мәктәпкә әҙерләү ата-әсәләр өсөн мөһим ваҡиға. Һәр кейемдең сифатын ҡарап, тикшереп алырға тырыша улар. Алмашлап кейҙереү өсөн блузка, күлдәктәрҙең дә бер-нисәү булыуы шарт.Ҡыҙҙарҙың тулы образы: сарафан, юбка, блузка өсөн 3 мең һумдан 6 мең һумғаса ..., егеттәрҙеке ҡиммәтерәк: 6 мең һуман 12 мең һумға тиклем.Уҡыусы ярты көнөн мәктәптә уҙғара, өҫ кейеме сифатлы һәм уңайлы булыуы зарур. Ата-әсәләр, әлбиттә, тәү сиратта кейемде хаҡына ҡарап түгел, ә сифатына ҡарап һайларға тырыша. Алдан заказ биреп өлгөргән магазиндарҙа хаҡтар сағыштырмаса арзаныраҡ.Шулай уҡ етештереүселәр ҙә туҡымаларға алдан заказ биреүҙе хуп күрә. Мәктәп йәрминкәләрендә лә үҙебеҙҙең етештереүселәргә өҫтөнлөк биреләсәк.Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 20 мең һумдан 30 мең һумғаса аҡса кәрәк. Костюм 5 мең тирәһе, 3-р пар күлдәктең һәр береһе 900 йөҙ, галстук 400, шулай уҡ ботинка, кроссовка, спорт кейеме. Яҡшы ранец йә иһә рюкзак 4 меңдән ашыу. Канцелярия тауарҙарына 2 мең 500 һум аҡса китә. Дистацион уҡытыуҙы иҫәпкә алғанда, ата-әсәгә тағы ла өҫтөмө сығым  — уҡыусыға ноутбук һәм телефон да талап ителәсәк.
Источник: ГТРК Башҡортостан.

 

https://gtrk.tv/heberzer/279033-balany-mktpk-zerlu-kupmeg-tosh

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: