Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 13:58

ХМАО урмандарындағы янғындың төтөнө Башҡортостанға килеп етте

Башҡортостандың Асҡын, Хәйбулла, Ҡариҙел һәм Нуриман райондарында төтөн таралды

ХМАО урмандарындағы янғындың төтөнө Башҡортостанға килеп етте
ХМАО урмандарындағы янғындың төтөнө Башҡортостанға килеп етте

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быға Ханты-Манси автономиялы округында урмандарҙың яныуы сәбәпсе. Әлеге ваҡытта Юграла 65 янғын сығанағы иҫәпләнә.
Бынан алда «Башинформ» төтөндөң Бөрйән районына ла барып етеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, Башҡортостанда бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: