Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 15:40

Юл фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында

Эште быйыл 1 октябргә тиклем тамамлау планлаштырыла

Юл фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында
Юл фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, Ҡариҙел ауылының Ленин урамында балалар майҙансығын – Автоҡаласыҡты төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш бара. Объектта ысын юл элементтары бәләкәсәйтеп төҙөлә.
Майҙансыҡ балаларҙың юл фажиғәләрендә имгәнеү осраҡтарын иҫкәртеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәтеү маҡсатында төҙөлә. Бында юл тамғалары һалыуа, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр һәм тротуарҙар, юл саттары булдырыу, билдәләр һәм светофорҙар ҡуйыу күҙаллана. Эште быйыл 1 октябргә тиклем тамамлау планлаштырыла.
Автоҡаласыҡ менән бер рәттән төҙөлөш ойошмаһы Абыҙ ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһен төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/296959
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/296959

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: