Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2022, 09:08

Башҡортостандың мобилизацияға йәлеп ителгән граждандары мөлкәткә һалым түләү буйынса ярҙам сараларынан файҙалана ала

Мобилизацияға саҡырылғандарға 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләү ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостандың мобилизацияға йәлеп ителгән граждандары мөлкәткә һалым түләү буйынса ярҙам сараларынан файҙалана ала
Башҡортостандың мобилизацияға йәлеп ителгән граждандары мөлкәткә һалым түләү буйынса ярҙам сараларынан файҙалана ала

2022 йылда мобилизацияланған кешегә ебәрелгән һалым тураһындағы белдереү ҡағыҙы буйынса 2022 йылдың 1 декабренә тиклем түләү мотлаҡ түгел.

  Мөлкәткә һалым буйынса пеня иҫәпләнмәйәсәк.

Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнештә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының 2-се камера контроле бүлеге етәксеһе Оксана Хәйруллина ошо хаҡта аңлата.

Эфирҙы ҡарағыҙ: https://vk.cc/ciFaa8

Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтында мобилизацияланғандарға һалым буйынса бөтә ярҙам саралары тураһында белергә мөмкин: https://vk.cc/ci2px3

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы инспекциялары менән бәйләнештәр: https://vk.cc/ciFb9T

Һорауҙар менән махсус сервис ярҙамында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә https://vk.cc/ciFaWC йәки бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: +78002222222

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 226-38-00

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: