Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2022, 09:45

Һанлы белем мөхитен үҙләштерәләр

Үҙәктә алты йүнәлеш буйынса белем бирелә

Һанлы белем мөхитен үҙләштерәләр
Һанлы белем мөхитен үҙләштерәләр

Салауат ҡалаһының мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 25-се башҡорт гимназияһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) "Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты буйынса “IT-куб” балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылды. Уның маҡсаты – балаларға мәғлүмәт-телекоммуникациялар өлкәһендәге көнүҙәк һәм әлеге көндә бик кәрәкле белемде, күнекмәләрҙе, компетенцияларҙы үҙләштереүҙә ярҙам итеү.

Үҙәктә йәштәрҙең һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү, уларға һөнәри йүнәлеш биреү, математик, мәғлүмәти белемен тәрәнәйтеү, тәнҡит һәм ижади күҙлектән сығып фекер йөрөтөргә өйрәтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Уҡыусылар бында программалау, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ нигеҙҙәрен үҙләштерә, роботтарҙы программалай. Уҡыу барышында балалар “JAVA-ла программалау нигеҙҙәре”, “VR/AR ҡушымталарын эшләү”, “Алгоритмика һәм логика нигеҙҙәре”, “PYTHON-да программалау”, “Роботтарҙы программалау”, “Кибергигиена һәм ҙур мәғлүмәт менән эшләү” кеүек алты йүнәлештәрҙе өйрәнә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: