Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2022, 08:53

23 мәҙәни объект төҙөкләндерелә

Мәҙәни сараларға килгәндәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһында бишенсе урынды биләй

23 мәҙәни объект төҙөкләндерелә
23 мәҙәни объект төҙөкләндерелә

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект "Культура") Башҡортостанда уңышлы эшләп килә. Уға ярашлы, йыл аҙағына ҡәҙәр 23 объектҡа реконструкция һәм капиталь ремонт үткәрелә. Улар - мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары, сәнғәт мәктәптәре, музейҙар, мәҙәниәт һәм ял үҙәктәре, тип хәбәр итә республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Йыл барышында 27 мәҙәни ойошма, шул иҫәптән балалар музыка мәктәбе һәм ун кинозал заманса ҡорамалдар алған.

Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында республика халҡы ла әүҙемләшә бара: мәҙәни сараларға килгәндәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһында бишенсе урынды биләй.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова белдереүенсә, 2022 йылдың ноябренә бөтә ил буйынса 1089 мәҙәниәт йорто төҙөлгән, реконструкцияланған һәм капиталь ремонтланған, ә 2025 йылға илдә 1652 яңы, шулай уҡ яңыртылған мәҙәниәт йорто барлыҡҡа килергә тейеш.

Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: