Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2022, 08:50

Урындағы йүнселдәр үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән

Резеда Илбәкова тегеү эше менән 2012 йылда шөғөлләнә башлаған

Урындағы йүнселдәр үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән
Урындағы йүнселдәр үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышын үткәргән. Унда урындағы йүнселдәр үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән.

Резеда Илбәкова тегеү эше менән 2012 йылда шөғөлләнә башлаған. Оҙайлы декрет ялынан һуң яратҡан эшенә ҡайтырға булған һәм тегеү фурнитураһы, йорт өсөн әйберҙәр тегеү менән шөғөлләнә. Ошо йылдар эсендә Резеда Сәлимйән ҡыҙы шәхси заказдар буйынса өс меңдән ашыу берәмек өҫкө кейем, меңдән ашыу йорт текстиль әйберҙәре тупланмаһы эшләгән һәм теккән. Хәҙер иһә йәш эшҡыуар тегеү цехы асыу өсөн сәнәғәт ҡорамалдары һатып алырға һәм ҙурыраҡ күләмдә продукция етештерергә ниәтләй.

Илнур Арыҫланов оҙаҡ йылдар төҙөлөш материалдары һатыу өлкәһендә эшләгән һәм үҙенең магазинын асырға хәл иткән. Ул уны Аҡъярҙың Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә урынлаштырырға ниәтләй.

Муниципалитет хакимиәтенә Илнур менән Резеда мәғлүмәт-консультация, мөлкәт һәм финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Һәм шуныһы ҡыуаныслы: бындай инициативалы, маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр районда көндән-көн күбәйә. Проекттарҙы ҡарап, уларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул ителгән.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: