Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2022, 08:47

Йүнселдәргә 7,8 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән

Был аҡса бизнестың тотороҡлолоғон тәьмин итергә мөмкинлек бирә

Йүнселдәргә 7,8 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән
Йүнселдәргә 7,8 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көрсөккә ҡаршы льготалы кредитлау программаларына ярашлы, быйыл 16 марттан 1 ноябргә тиклем республикалағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 7,8 миллиард һумлыҡ 457 кредит, шул иҫәптән Рәсәй банкынан әйләнештәге кредитлау буйынса – 5,1 миллиард һумлыҡ 320, инвестиция программаһы буйынса 2,7 миллиард һумлыҡ 137 кредит бирелгән. Льготалы финанслау мөмкинлектәрен арттырыу маҡсатында августа “1764 + ПСК” тигән яңы программа эшләй башланы. Уның нигеҙендә уртаса предприятиелар – 2,5, ә бәләкәй бизнес дүрт процент менән заем аҡсаһы йәлеп итә ала.

– Әле Рәсәй банкы менән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһынан көрсөккә ҡаршы өс льготалы программа финанслау мөмкинлектәрен арттыра. Йүнселдәр тарафынан алынған кредиттар бизнестың тотороҡлолоғон тәьмин итергә, уны артабан үҫтерергә мөмкинлек бирә, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: