Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 11:25

Ауыл хужалығына агрохимик хеҙмәте күрһәткән предприятие милли проектта ҡатнаша

Башҡортостанда «Башплодородие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерәсәк, юғалтыуҙарҙы кәметәсәк.

Ауыл хужалығына агрохимик хеҙмәте күрһәткән предприятие милли проектта ҡатнаша
Ауыл хужалығына агрохимик хеҙмәте күрһәткән предприятие милли проектта ҡатнаша

«Башплодородие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлек даирәһенә ауыл хужалығы етештереүселәрен химик саралар — файҙалы ҡаҙылмалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин итеү, сәсеүлектәрҙе ашлау, химик эшкәртеү, шыйыҡ минераль ашламалар етештереү кеүек агрохимик эштәр башҡара. Предприятие шулай уҡ химик матдәләрҙе яуаплы һаҡлау буйынса хеҙмәт күрһәтә.

- Республика "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын тормошҡа ашырыуға предприятиеларҙы әүҙем йәлеп итеүен дауам итә. «Башплодородие» — 143-сө ҡатнашыусы. Ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған милли проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың төбәк компетенция үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтәсәк. Улар етештереүҙе киңәйтеүгә йәки модернизациялауға өҫтәмә инвестициялар индермәйенсә йәшерен запастар табырға, етештереү һөҙөмтәлелеген арттырырға ярҙам итәсәк, — тине БР Хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Моратов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: