Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 11:21

Путин Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙы

Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығы 2023 йылдың 9 февралендә билдәләнә

Путин Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙы
Путин Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙы

Был көндө Эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл һауа флотының баш идаралығы ҡарамағындағы Граждандар авиацияһы буйынса совет ойоштороу тураһында ҡарар сығарылған, хәҙер ошо дата совет авиацияһының рәсми тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Ил Президенты «Рәсәйҙең граждандар авиацияһына 100 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле Указ 17 ноябрҙә баҫылған.

Миҙалдың алғы яғында күккә күтәрелгән МС-21 пассажир самолеты төшөрөлгән.

Был миҙал менән граждандар авиацияһы үҫешенә өлөш индергән тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, власть һәм үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-11-17/putin-uchredil-medal-k-100-letiyu-grazhdanskoy-aviatsii-rossii-3035125

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: