

Ябай ғына эсемлек булһа ла ҙур эш башҡара ала: ул ҡанды таҙартыу, организмда матдәләр алмашыныуын көйләү, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртыу, иммунитетты нығытыу һәләтенә эйә.
Шифалы төнәтмә яһау өсөн бер иш күләмдә таҙартылған һәм кәбәгенән айырылмаған һоло кәрәк. Файҙалыраҡ булһын өсөн таҙартылғанын ҡәһүә онтағыста ваҡлап алырға ла була. Тигеҙ итеп әҙерләнгән өс ҡалаҡ игенгә ярты литр һыу ҡойоп, һүлпән утта 15-20 минут яй ғына ҡайнатып алырға. Шуны һыуытып, марля аша һөҙөп алғас, файҙалы эсемлек әҙер! Көнөнә ике стакан тирәһе төнәтмә эскәндә лә организмда ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә, еңеллек барлыҡҡа килә, күңел күтәренкелеге тойола, ғөмүмән ул бар организмға көс бирә.
Һоло организм өсөн бик файҙалы
Һолоно төрлө ауырыуҙарҙан һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкин. Һеҙгә бронхиттан, артыҡ ауырлыҡтан, панкреатиттан һәм башҡа ауырыуҙарҙан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Бронхит ваҡытында, көслө йүткергәндә
1 стакан таҙартылған һолоға 5 стакан һыу һалып, һүрән утта шыйыҡ кеҫәл хәленә килгәнсе болғата-болғата ҡайнатырға. Һуңынан һөҙәргә һәм 2 стакан һөт һалып, яңынан ҡайнатып сығарырға һәм һөҙөргә. Шуға 4 сәй ҡалағы бал һалып болғатырға. Әлеге ҡатнашманы көнөнә 3 тапҡыр йылы килеш ярты стакан ҡулланырға.
Бауыр ауырыуҙары ваҡытында
1 стакан һоло ярмаһына 1 литр ҡайнап сыҡҡан һыу һалып, һүрән утта 20 минут ҡайнатырға һәм һөҙәргә. Әлеге һыуҙы көнөнә 3 тапҡыр ярты стакан эсәргә.
Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн
2 стакан һоло ярмаһын 1 литр һыуҙа йомшарғансы бешерергә. Һуңынан һауытты ҡапҡас менән ҡаплап, яҡшылап төрөргә. 1 төн тотҡандан һуң һөҙәргә һәм көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан ярты стакан күләмендә эсергә.
Панкреатит ваҡытында
1 стакан һолоно һалҡын һыу менән йыуғас, ваҡларға. 5 стакан ҡайнар һыу һалып, уртаса утта 10 минут бешерергә. Килеп сыҡҡан шыйыҡ бутҡаны ашарға 30 минут ҡала ярты стакан күләмендә ашарға кәрәк.
Холецистит (үт ҡыуығы ялҡынһыныуы) ваҡытында
Банканың өстән бер өлөшөн һоло бөртөктәре менән тултырырға, шуға 70 градуслы ҡайнар һыу һалып, бер төн төнәтергә. Ашарға ярты сәғәт ҡала иртән һәм кисен ярты стакан эсәргә. Дауаланыу курсын йылға ике тапҡыр – яҙын һәм көҙөн – 2-шәр ай ҡабатларға.
Һоло төнәтмәһе һалҡын тейеүҙе булдырмай
Һалҡын тейеүҙе һәм грипты киҫәтеү өсөн, балаларға һоло һәм алмалы төнәтмә эсерергә кәрәк.
Эмаль кәстрүлгә яртышар стакан һоло ярмаһы һәм кипкән алма һалып, өстенә 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм ҡайнатып сығарырға. 4 сәғәт төнәтергә, унан һуң һөҙөп, бер аҙ лимон менән әфлисун һуты ҡушырға. Көн дауаында шуны эсеп бөтөрөргә кәрәк.