Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
5 Декабря 2022, 10:53

Табала бешкән торт

Һаҡлап ҡуй, юғалтмаҫ һәм онотмаҫ өсөн!

Табала бешкән тортТабала бешкән торт
Табала бешкән торт

Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты (разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешер­гәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.


Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 г шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып бутарға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас