Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2023, 09:15

Урыҫса "чага", йәки беҙҙеңсә "ҡыу", "ҡайын ороһо" – ҡайын олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәктең файҙаһы ҙур

Унан әҙерләнгән төнәтмәне ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуҙарынан ҡулланыу кәңәш ителә. Төнәтмәне нисек әҙерлә тиһегеҙме? Сайтта барыһы ла ентекләп яҙылған

Ҡыу республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Ул Көньяҡ Уралда, Урал аръяғы райондарында, Һаҡмар йылғаһы тирәһендә йышыраҡ осрай. Дауалау маҡсатында ҡыу халыҡ медицинаһында бик борондан ҡулланылып килә. Медицина фәне лә уның шифаһын иҫбат иткән. Ҡыу составында флавоноидтар, агарцин кислотаһы, марганец тоҙҙары һ.б. биологик актив матдәләр бар.


Ҡыуҙы йыл буйына әҙерләргә мөмкин. Әммә көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын уңайлыраҡ. Уны уға оҡшаш башҡа бәшмәктәр менән бутарға ярамай. Ҡыуҙың тышы ҡытыршы була. Бәшмәкте балта менән сабып алалар. Сүп-сарҙан таҙартҡандан һуң ул киҫкеләп ваҡлана ла 50-60 градус йылылыҡтағы мейестә киптерелә. Мейес башында ла киптерергә мөмкин. Ҡоро ерҙә һаҡлағанда ҡыу 2 йылға тиклем шифаһын юғалтмай.


Халыҡ медицинаһында ҡыуҙан әҙерләнгән төнәтмәне ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуҙарынан ҡулланыу кәңәш ителә. Кипкән ҡыу бик ҡаты була, шуға күрә бер киҫәген тәүҙә һалҡын һыуҙа 3-5 сәғәт ебетергә, шунан ваҡларға кәрәк. Ит турағыс аша үткәрергә мөмкин. Үрҙә әйтелгән ауырыуҙарҙан төнәтмә әҙерләгәндә ваҡланған ҡыуҙы 1 литр 45-50 градуслы ҡайнатылған һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 2 тәүлек тоторға. Төнәтмәне көнөнә 5-6 тапҡыр, ашарҙан 30 минут алда ярты стакан эсергә. Был рәүешле дауаланғанда ҡаҡланған, тоҙланған, ҡурылған ашамлыҡ, консервалар ашау, борос-гәрсис ҡулланыу, спиртлы эсемлектәр эсеү тыйыла. Ит-май сикләнһен. Нигеҙҙә, һөт һәм йәшелсә ашы менән генә туҡланыу кәңәш ителә. Ҡыу ярҙамында дауаланғанда пеницилин антибиотигын, глюкоза шәкәрен ҡаҙатырға ярамай.


Халыҡ медицинаһында ҡыу төнәтмәһенең яман шештән ҡулланылыуы билдәле. Медицина фәне күрһәтеүенсә, был дауа яман шеш сирен бөтөрмәй, әммә сирле кешенең хәлен бер аҙ яҡшырта, ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫа. Ҡыуҙан әҙерләнгән "бефунгин" исемле дарыу дарыуханаларҙа һатыла һәм, нигеҙҙә, үрҙә күрһәтелгән ауырыуҙарҙан ҡулланыла.


Һуңғы тикшеренеүҙәр ҡыу коронавирусҡа ҡаршы ла файҙалы булыуын асыҡлаған. Ауырыу мәлендә табип тәғәйенләгән дауа менән бер рәттән ҡыу төнәтмәһен эсеү яҡшы, тигән һығымта яһалған. Сөнки уның төп сифаттарының береһе - ҡанды шыйығайтыу, ә был Сovid-19 йоҡтороусылар өсөн бик мөһим күрһәткес. Шулай ҙа антибиотиктар менән дауаланған осорҙа ҡыу төнәтмәһен ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк. Шулай уҡ ҡыу һәм унан әҙерләнгән дауалар унан аллергия булғанда, йөклөләргә һәм бала имеҙгәндә, 18 йәшкә тиклем ярамай.

Коронавирустан дауаланғанда ҡыу төнәтмәһен түбәндәгесә әҙерләү кәрәк: 200 грамм киптерелгән дарыухананан алынған ҡыуға 1 литр һыу ҡойорға, һауыттың ауыҙын ябып, 95 градуслыҡ һыу быуында тоторға. Бының өсөн ҡыу һалынған һауытты талғын утта ҡайнаған һыулы кәстрүлгә ҡуйырға. 3 сәғәт үткәс, ҡайнап бөткән шыйыҡлыҡтың кимәлен самалап, 300 мл тирәһе ҡайнар һыу өҫтәргә һәм быуҙа тағы ла 10 минут тотҡас, утты һүндерергә. Тулыһынса һыуынғансы төнәтергә. Килеп сыҡҡан шыйыҡлыҡты иләк аша һөҙөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста 2 аҙна һаҡларға мөмкин. Ҡыу ағыулы булмағанға күрә, төнәтмәне көнөнә 150-200 мл эсергә ярай. Мәҫәлән, һәр 15-20 минут һайын бер йотом ҡыу төнәтмәһен эсеп, артынан һыу уртлап ҡуйырға була.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: