Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Сибай бала табыу йортонда капиталь ремонт тамамланды. Хәҙер бала тапҡан әсәләр йылы һәм уңайлы яңыртылған палаталарға урынлаштырыла.
Күләмле эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” программаһына ярашлы башҡарылды.
Әйткәндәй, бала табыу бүлеге 18 урынға иҫәпләнгән. Ремонт барышында иҙән, ишектәр һәм тәҙрәләр, коммуникациялар алмаштырылған, шулай уҡ түшәм һәм стеналар яңыртылған. Бынан тыш, палаталарҙа ҡайтанан планлаштырылған. Душ бүлмәһе яңынан йыһазландырылған, палаталарҙа санузелдар эшләнгән. Шулай уҡ бүлектә күкрәк һөтөн йыйыу һәм пастеризациялау, һөт ҡатнашмалары әҙерләү бүлмәһе асылған.
– Төҙөкләндереү барышында йөклө ҡатындарҙы Бөрөгә, Белоретҡа, башҡа биләмәләрҙәге медицина ойошмаларына ебәрә инек, - тине Сибай ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов.
Мәғлүм булыуынса, 1953 йылда асылған Сибай бала табыу йорто һаулыҡ һаҡлау структураһында ҡатын-ҡыҙҙарға юғары квалификациялы акушерлыҡ-гинекология ярҙамы күрһәткән боронғо учреждениеларҙың береһен тәшкил итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан