Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2023, 21:02

Ураҙаның кеше тәненә тәьҫире тураһында уҡығыҙ...

30 көн дауамында кешенең организмында үҙгәрештәр бара. Әйҙәгеҙ, ҡайһы ваҡытта ниндәй яңырыу кисереүен ҡарап үтәйек. Шулай уҡ март айының һуңғы туғыҙ көнөнә намаҙ уҡыу ваҡыты менән таныша алаһығыҙ... 

Ер шарының һәр нөктәһендә үҙен мосолман тип иҫәпләгән, һаулығы ныҡ булған кеше ҡояш сыҡҡандан алып батҡанға тиклем ашау-эсеү, тән ләззәттәренән, насар ғәҙәттәрҙән тыйылып тора. Беҙҙә, ҡояш торошона ҡарап, ураҙаны 18-19 сәғәт тоторға ла тура килә. Быйыл ураҙаның башы көндәр һалҡынса торған ваҡытҡа тура килде. Беренсе тапҡыр ураҙа тотоусыларға был һауа торошо бигерәк уңайлы - артыҡ ныҡ сарсамайһың, яйлап ҡына асығыуға күнегәһең.

30 көн дауамында кешенең организмында үҙгәрештәр бара. Әйҙәгеҙ, ҡайһы ваҡытта ниндәй яңырыу кисереүен ҡарап үтәйек.

Тәүге ике көндә кешенең организмы өйрәнә. Ғәҙәттә сәхәр эскәндән һуң 8 сәғәт үткәс кенә организм, аҙыҡтан алынған энергияны сарыфлап бөтөп, бауырҙағы һәм мускулдарҙағы запастарға күсә. Аҙаҡ энергияны тире аҫтындағы май ҡатламынан "һура" башлай. Ҡанда холестирин, шәкәр кимәле төшә. Шуға ла кешенең йоҡоһо килә, хәле бөтә. Ауыҙҙан насар еҫ килеү, баш ауыртыу, әйләнеү ҙә - ҡандағы шәкәрҙең кинәт төшөүенең эҙемтәһе.

3-7-се көндәр - күнегеү этабы.
Тән асығыуға күнегә башлай. Аҙыҡ менән шәкәр ала алмағас, организм май ҡатламындағы майҙы тарҡатып, шәкәргә әйләндерә. Ауыҙ асҡандан һуң йыш итеп аҙлап-аҙлап таҙа һыу эсергә кәрәк - көн дауамында тәндәге һыу запасы ныҡ кәмегән була. Ашаған аҙыҡ углеводтарға һәм майҙарға бай булырға тейеш, йәғни баланслы туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү фарыз. Организмға тоҙҙар, аҡһым, шыйыҡса кеүек туҡлыҡлы матдәләр кәрәк.

8-15-се көндәр - еңеллек этабы.
Был этапта тән асығыуға өйрәнә. Ураҙаға тиклем кеше артығын ашап, организмына көс төшөрһә, был осорҙа уның тәне тәбиғи режимға күсә: йөрәге, бауыры һәм башҡа эске органдары "еңел һулап", хужаһының эске механизмы үҙенән-үҙе таҙарыуға, һауығыуға йүнәлтә. Төп эште бында бауыр башҡара: ул организмдағы майҙарҙы кетон матдәләренә - химик ҡушылмаларға әйләндерә. Кетон матдәләре – мускул туҡымаһы һәм бөйөр өсөн яғыулыҡ ул, асыҡҡанда улар мейегә кәрәкле энергия биреп тора.

16-30 көндәр - детокс.
Был осорҙа организм тулыһынса ураҙаға өйрәнгән була. Йыуан эсәклек, бауыр, бөйөрҙәр һәм тире таҙара. Организм бөтөн көсөн һалып, эшләй. Ғәҙәттә ураҙа тотоусылар был этапта хәтерҙең яҡшырыуы, энергия артыуы, интуиция көсәйеүе кеүек ғәжәйеп һәм рәхәт тойғолар кисерә, белем алыу, ниндәйҙер мәғлүмәт үҙләштереү бик еңел бирелә.

Табиптар әйтеүенсә, ураҙаның икенсе яртыһында, оҙаҡ асығып йөрөү сәбәпле, кешенең организмы мускулдарҙағы аҡһым менән туҡлана башлай һәм энергия башлыса мейе менән йөрәккә йүнәлтелә. Әммә бынан һис ҡурҡырға ярамай - ҡояш батыу менән ураҙа тотоусы һыу эсеп, йылы аҙыҡ ашап, энергияһын йыя һәм шуға ла уның мускул массаһы кәмемәй. Был осорҙа кешенең иммун системаһы яңыра һәм көс туплай. Һөҙөмтәлә организм теләһә ниндәй ауырыуҙарҙы дарыу-фәләнһеҙ үткәрә ала.

 

Источник: ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: