Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2023, 15:59

22000 һумға артасаҡ

РФ Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа ниндәй закон проектын ҡабул иткәйне?

22000 һумға артасаҡ
22000 һумға артасаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы район коэфициентын иҫәпкә алып, 22128 һум (НДФЛ алынғанға тиклем) тәшкил итәсәк.

Алда хәбәр итеүебеҙсә, РФ Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа 2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡын 19242 һумға тиклем күтәреү хаҡында закон проектын ҡабул иткәйне.

«Эш биреүселәрҙең бурысы – эш хаҡын билдәләнгән минималь эш хаҡы кимәленән кәм ҡуймау. Был хаҡта РФ Хеҙмәт кодексында яҙылған. Бер ай буйы үҙенең хеҙмәт бурысын тулыһынса үтәгән хеҙмәткәрҙең эш хаҡы минималь эш хаҡынан кәм булырға тейеш түгел, – ти Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. — 2023 йылда республикала ул 18 678 һум (НДФЛ алынғанға тиклем), сөнки район коэффициенты минималь эш хаҡы күләменә өҫтәп иҫәпләнә».

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: