Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2023, 14:32

Етем балаларға торлаҡ сертификатын нисек юлларға?

Башҡортостанда закон буйынса 23 йәше тулған етем балалар торлаҡ сертификаты алырға мөмкин.

Сертификат алыу өсөн 23 йәш тулған мәлдә дәғүә итеүсе торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш етем балалар исемлегенә индерелергән булырға тейеш. Бының өсөн йәшәү урыны буйынса муниципаль берәмек хакимиәтенә, Күп функциялы үҙәктә йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғариза бирергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеген муниципаль берәмек хакимиәтендә асыҡларға мөмкин.

Сертификат түбәндәге осраҡтарҙа бирелә:

— йыл дауамында һеҙҙең килем минималь эш хаҡынан кәм булмаһа;

— һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурысығыҙ булмаһа;

— һеҙҙә психик тайпылыштар, алкоголь йәки наркотиктарға бәйлелек булмаһа;

— хөкөм ителмәгән булһағыҙ;

— ауыр тормош хәленән сығыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеү кәрәклеген раҫлаған шарттар булмаһа;

— быға тиклем етем бала булараҡ торлаҡ сертификаты алмаған булһағыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: