Әйткәндәй, Мөхәмәдйән Әхмәтйән улы менән Көнһылыу Янсаф ҡыҙы Булатовтар күптән түгел генә, кинйә улдары Алмас һәм килендәре Әсмә менән, район үҙәгенә күсеп сыҡҡан. Ошоға тиклем юбилярҙар Һабыр ауылында йәшәгән.
Хөрмәтле пар – Мөхәмәдйән Әхмәтйән улы менән Көнһылыу Янсаф ҡыҙы Булатовтар ошо көндәрҙә гәүһәр туйын билдәләне. Гәүһәр – иң ҡиммәтле таштарҙың береһе икәнен беләбеҙ, тимәк 60 йыл бергә йәшәгән парҙар ҙа, әҙ булғанға, шул бриллиант ташҡа тиң... Ә бит тап бергә 50, 60 һәм унан да күберәк бергә йәшәгән парҙар, донъяла мәңгелек мөхәббәт барлығына ышандыра!
Бөгөн Булатовтар, үрҙә әйткәнебеҙсә, кесе улдары Алмас һәм килендәре Әсмә менән бергә йәшәй, уларҙың балаларын ҡараша, терәк-таяныс булып донъя көтә.
Мөхәмәдйән олатай иртә етем ҡала. 7-8 йәштәр тирәһендә атаһын ҡулға алалар һәм бер ғәйепһеҙ репрессиялайҙар. Ғаилә башлығы шунан кире әйләнеп ҡайтмай. Ә бит күп йылдар үткәс, репрессияға эләккән атаһының исеме аҡлана... Аҡланыу менәнме?! Атайһыҙ, етемлектә үткән йылдарҙы был ҡайтармай шул! Бер яңылыш аҙым арҡаһында күпме күҙ йәше түгелә, күпме балалар атайһыҙ үҫә...
Дүрт балаға ғүмер биреп өлгөргән әсәһе Латифа бер яңғыҙы тороп ҡала. Иренең ҡайғыһынан башын күтәреп тә өлгөрмәгән ҡатынға яңы ҡайғы өйөлә. Был юлы ҙур улы Әхмәтдинде нахаҡҡа төрмәгә ябалар, уға ла кире ҡайтырға насип булмай...
Һуғыш башлана. Михнәтле был йылдарҙы ауыр кисерә ғаилә. Ҡалған өс балаһын: ҡыҙы Нәзифә менән Хәнифәне һәм кесе улы Мәхәмәдйәнде астан үлтермәҫ өсөн бар көсөн һала әсәй кеше. Үҙен артыҡ әрһеҙләүенә лә, аслы-туҡлы көн итеүенә лә бирешмәҫ ине әле, һыуыҡ көҙгө бер көндә Бүребай баҙарына үгеҙ егеп киткәндә, ҡайтышлай ҡарлы рашҡыға эләгеп аҙаша һәм юлда туңып үлеп ҡала. Ошо көндән Булатовтар өсөн ысын ҡара көндәр башлана. Яҡлауһыҙ ҡалған балаларға үҙ көндәрен үҙҙәренә күрергә тура килә. Кемеһе – һарыҡ ҡараусы, кемеһе һабансыға ярҙамсы булып эшкә төшәләр. Кешегә ялланып та күп тир түгә улар. Ҡыҫҡаһы, бының был яғына үҙ йүнен үҙҙәре табырға, үҙ икмәген үҙҙәре эшләп ашарға мәжбүр була.
Мөхәмәдйән әле бәләкәй булғанға, ауыл Советы уны һабыр ауылындағы балалар йортона бирә, әммә ҡустыларынан айырылып өйрәнмәгән ике апаһы Хәнифә менән Нәзифә уны кире барып ала һәм үҙҙәре ҡарай. Нисек кенә ауыр булмаһын, апалы-ҡустылылар айырылышмай, бергә көн итә, тамаҡтарына йүнләй.
Мөхәмәдйән олатай армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, күрше Ашҡаҙар ауылына эшкә урынлаша. Шул йылдарҙа эшләп йөрөгән йәш уҡытыусы Көнһылыу менән таныша һәм йәштәр ғүмерҙәрен бергә бәйләргә ҡарар итә. Матур донъя көтөп йәшәп алып китәләр. Әйткәндәй, Мөхәмәдйән олатайҙың Нәзифә апаһы йәштәр менән бергә йәшәй. Уның да яҙмышы еңелдән булмай. Үҫмер сағында уны Кемероваға заводҡа эшкә ебәрәләр, өс йыл эшләп ҡайтҡас Күркәтауға ағас ҡырҡырға бара. Ашҡаҙарҙан күмәк булалар унда. Нәзифә Миңнебикә әхирәте менән ҡул бысҡыһы менән ҡарағай йығалар. Бер шулай ағас йығып йөрөгәндә, бысҡылары ҡыҫылып, уны тартып алам тигәнсә, ағас ҡыҙҙың өҫтөнә ауа һәм аяғын һындыра. Үҫмер Нәзифә ныҡ имгәнә, шуға ла тормошҡа сыҡмай ҡала һәм ғүмере буйы ҡустыһы Мәхәмәдйән һәм килене Көнһылыуҙың ғаиләһе менән бергә йәшәй. Уларҙың балаларын үҙ балалары кеүек ҡарашып үҫтерешә, улары үҙ аллы тормош ҡороп йәшәй башлағас та, ҡулынан килгәнсә өй эштәрендә ярҙамлаша, инде бер-бер артлы донъяға килгән ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡараша.
Көнһылыу Янсаф ҡыҙы иһә Ҡыпсаҡ ауылы ҡыҙы. Мәктәпте бөткәс, Ашҡаҙар мәктәбенә эшкә юллама ала. Шунда үҙ яртыһын табып, бәхетле тормош ҡора. Ғаиләнең бәхетен арттырып, бер-бер артлы балалары тыуа.
1975 йылда йәштәр Һабырға эшкә саҡырыу ала. Унда ла Көнһылыу инәй мәктәптә балалар уҡыта. Мөхәмәдйән олатай тәүҙә шофер була, аҙаҡ уны завгар итеп үрләтәләр. Икәүһе лә бер урында оҙаҡ эшләп, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары алып, хаҡлы ялға сыға.
Балалыҡ йылдары ни тиклем ауыр булмаһын, бөгөнгө көндәре хөрмәттә, ҡәҙерҙә үткәнгә ҡыуанып йәшәй юбилярҙар. Туғыҙ ейән-ейәнсәренә һәм алты бүлә-бүләсәренә һөйөнөп көн итәләр.
Мөхәмәдйән Әхмәтйән улы менән Көнһылыу Янсаф ҡыҙын гәүһәр туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Парлы үткән ғүмерегеҙгә һөйөнөп, балалар ҡыуанысы татып ҡына йәшәргә яҙһын!