Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 09:36

Радий Хәбиров баш табиптарҙы эштән бушатырға вәғәҙәләне

Бында һүҙ ниндәй дауаханалар хаҡында бара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ республиканың төньяҡ-көнсығышында асылған өс дауахана алдан килешелгән ваҡытта эшләй башламаһа, баш табиптарҙы эштән бушатырға вәғәҙәләне.

Бында һүҙ Баймаҡ, Мәсәғүт һәм Оло Ыҡтамаҡ дауаханалары хаҡында бара.

«Был дауаханаларҙы асып йөҙәнем. Халыҡ ныҡ көтә.Ҡасан тулыһынса эшләй башлайҙар, ниндәй режимда эшләүҙәрен миңә хәбәр итегеҙ», — тине Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуковҡа һәм билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрмәгән осраҡта ошо дауаханаларҙың баш табиптарын эштән сығарырға вәғәҙә бирҙе.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Роберт Иштуков хәбәр итеүенсә, Баймаҡтағы балалар поликлиникаһының бөтә кабинеттары ла 2024 йылдың 15 февраленә эшләй башлай. Рентген кабинеты 2024 йылдың 1 апрелендә асыла.

«Әйҙәгеҙ, былай һөйләшәйек. 15 февралгә, рентген кабинетынан тыш, барыһы ла эшләй. Мин шаяртмайым. Ҡарар ҡабул итәсәкмен. Бына ошо процестар тормошҡа ашырырға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы 2024 йылдың 2 февраленә 100% эшләй башларға тейеш.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: