Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар , 10:01

Бала тәрбиәләгән атай алимент талап итергә хоҡуҡлы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индергән закон проектын ҡарай.

Унда ир менән ҡатындың алимент буйынса бурыстары билдәләнә. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, үҙгәрештәргә ярашлы, уртаҡ бала тыуғандан алып өс йыл буйына бала тәрбиәләгән атай элекке ҡатынынан алимент талап итергә хоҡуҡлы. Ғаилә кодексының ғәмәлдәге редакцияһына ярашлы, әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ ғына ошондай хоҡуҡҡа эйә. Шулай итеп, яңы формулировка ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләй.

Суд тәртибендә алимент талап итеү хоҡуғына ҡағылышлы башҡа положениеларға ла төҙәтмәләр индерелә. Хәҙер элекке ҡатын йөклө осорҙа алиментҡа иҫәп тота ала. Ләкин никах тарҡалғанға тиклем ауырға ҡалған осраҡта ғына, тип билдәләнә закон проектында. Шулай уҡ уртаҡ инвалид баланы ҡараған ир (элекке ир) ҙә алимент талап итергә мөмкин.

Бынан алдараҡ «Башинформ» илдә иғлан ителгән Ғаилә йылының Башҡортостанда нисек ойошторолоуын хәбәр иткәйне.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: