Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль , 09:00

Был яңылыҡ салондан алынған яңы автомобилдәргә лә, ҡулдан һатып алынғандарына ла ҡағыла

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:

Был яңылыҡ салондан алынған яңы автомобилдәргә лә, ҡулдан һатып алынғандарына ла ҡағыла
Был яңылыҡ салондан алынған яңы автомобилдәргә лә, ҡулдан һатып алынғандарына ла ҡағыла

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:
- паспорт;
- милек хоҡуғын раҫлаған документ (мәҫәлән, һатып алыу-һатыу йәки бүләк итеү килешеүе);
- ғариза;
- транспорт сараһы паспорты (ПТС);
- ОСАГО полисы;
- автомобиль 4 йылдан элегерәк сығарылған булһа, уның ғәмәлдәге диагностик картаһы. Картаны аккредитацияланған техник тикшереү пунктында алырға мөмкин (vk.cc/ctjfyX);
- машинаны ҡулдан алһағыҙ, транспортты теркәү тураһындағы таныҡлыҡ;
- дәүләт пошлинаһы, шул иҫәптән дәүләт номеры, теркәү тураһындағы таныҡлыҡ, ПТС биргән өсөн дәүләт пошлинаһы түләү тураһында квитанция.

Ҡайҙа ғариза бирергә:
- ЮХХДИ-ның теләһә ниндәй бүлексәһендә. Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙылырға мөмкин;
- Күп функциялы үҙәктә;
- машинаны автосалонда алһағыҙ, уны урында теркәүҙәре мөмкин. Салон махсус реестрҙа булырға тейеш (vk.cc/ctjqCt).

Шуныһы мөһим: ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыласаҡ автомобилдә килергә кәрәк. Тикшергәндән һуң һеҙгә СТС һәм яңы номер биреләсәк.

ИСТОЧНИК: #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: