,,Ағайым менән Ишмулла ағай бала саҡтан айырылмаҫ дуҫтар булыпүҫтеләр,ә мин Сәйфулла менөн бергә уҡыным, – тип хәтерләй торған ине әсәйебеҙ.– Атайҙары Ишҡәле олатайҙың ҡурайына әҙ бейемәнек үҫмер саҡта.Тик күңелле,ғәмһеҙ бала сағыбыҙ бик ҡыҫҡа булды.Ҡәһәрле һуғыш беҙҙең быуындың балалығын урланы,ҡара эшкә иртә екте…,,
Әсәйемдең ошо һүҙҙәрен үткән йыл Иҫке Яҡупта Ишмулла Дилмөхәмәтов рухына арнап үткәрелгән ҡурай байрамы көндәрендә уның йорт-музейы янына ауылдың һуғыш һәм тыл ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл-стелаға сәскәләр һалғанда иҫкә төшөрҙөм.Етмәһә,ҡара гранит ташҡа яҙылған исемлектә фронтовик олатайым Ишбулды Саматовтың һәм тылдағы хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн миҙал менән наградланған әсәйебеҙ Сәлимә Ғүмәр ҡыҙының да исем-шәрифтәрен күреп,яҡындарым өсөн оло ғорурлыҡ ҡатыш һағыш хисе кисерҙем.
…Һуғыш алдынан Саматовтарҙың ғаилә башлығы ҡаты сирҙән вафат булып ҡалғас,тол ҡалған хужабикә улы һәм ҡыҙы мохтажлыҡ кисермәһен өсөн бар көсөн колхоз эшенә һала.1941 йылда ил өҫтөнә яу килә.Тиҙҙән ғаилә терәге булған 18 йәше лә тулмаған Ишбулдыға ла повестка килтерәләр һәм ул фронтҡа алына. Алға китеп шуны әйтер кәрәк: оҙон яу юлдарын үткән, күп тапҡыр яралар алған батыр һалдат Саматов һуғыштан һуң да тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй,офицер дәрәжәһендә илебеҙҙҙең төрлө төбәктәрендә күп йылдар тоғро хеҙмәт итә,һуңынан,отставкаға сыҡҡас,ғаиләһе менән туған төбәгенә ҡайтып,Өфөлә төпләнә,балалыҡ дуҫы,хәҙер инде халыҡ артисы булып танылған Ишмулла менән тығыҙ аралашып йәшәй.Әммә,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ауылдаштың ғүмерҙәре бер осорҙа иртә өҙөлөп ҡуя.
Быуыны ла нығынып өлгөрмәгән Сәлимәгә һуғыш һәм унан һуңғы осор ауырлыҡтарын тулыһынса үҙ елкәһендә татырға тура килә.Колхоз һарығын да көтә, ашлыҡ һуғыуҙа ла ҡатнаша,билдән ҡар кисеп тиҫтерҙәре менән урман ҡырҡыуға ла йөрөй.
1951 йылдың яҙында төҫкә сибәр, эшкә талымлы 19 йәшлек ҡыҙ күрше Мәҡсүт ауылы егете,беҙҙең буласаҡ атайыбыҙ Исмәғилгә кейәүгә сыға.Ул да үҫмер сағынан һуғыш осороноң әсе ғазаптарын кисергән, атаһы Ғәҙелша Әхмәҙей улы яуҙа саҡта ғаиләлә оло ул булараҡ бар ауырлыҡты,яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып өйрәнгән ир-азамат булып еткән була. Сәлимә өс бикәсе, бер ҡәйнеше, ҡайны, бейеме янына килен булып төшә. Такаловтарҙың татыу ғаиләһендә баҫалҡы, уңған килен тиҙ арала үҙ кеше булып китә. Бер аҙҙан йәш парҙар үҙ көстәре менән айырым йорт һалып башҡа сығалар,Иҫке Яҡуптан үҙ яндарына яңғыҙ донъя көткән әсәйҙәрен дә күсереп алалар. Ғаилә башлығы Мәҡсүт,Иҫке Яҡуп,Вознесенск ауылдарынан торған Чкалов исемендәге колхозда ең һыҙғанып эшләй. Ялан яғында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙэрҙе үҙләштереү кампанияһы башланғас, Исмәғил,игенселек һөнәрен үҙләштереп,ошо ҙур хеҙмәт фронтының уртаһында ҡайнай, намыҫлы эше өсөн миҙалға лайыҡ була. Заманына күрә белемле, зирәк, яҙыу-һыҙыуға маһир уҙаман һуңынан сауҙа өлкәһендә лә, ер үлсәү хеҙмәтендә лә эшләп ала, ә ағас ҡырҡыу буйынса яҡын тирәлә унан оҫта кеше булмағандыр. Аҙаҡтан бар күңелен һалып оҙаҡ йылдар малсылыҡ өлкәһендә эшләй.Тәүҙә «Башҡорт»,һуңынан «Юлдыбай» совхоздарының алдынғы эшселәре исемлегенән төшмәй. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем малсылыҡ йәйләүендә йәшәй, ҡышын ферма юлынан ҡайтмай.
Йылдар үтеү менән ғаилә ишәйә бара, бер-бер артлы тыуған балалар тормошҡа ҡот-йәм өҫтәй.Тәүге сабый ҡыҙҙары атайҙарының,ә туғыҙынсы төпсөк ҡыҙҙары әсәйҙәренең тыуған көндәрендә донъяға килеүен ғаиләлә Хоҙай Тәғәлә бүләге тип ҡабул итәләр. Балаларына матур тәрбиә биреп үҫтерәләр, эшһөйәр, әҙәпле ул-ҡыҙҙары ла мәктәптә атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй уҡыйҙар.Күп бала тәрбиәләгән өсөн әсәй кеше совет заманында дәүләт тарафынан булдырылған1-се,2-се ,3-сө дәрәжә «Әсәлек» миҙалы һәм 2-се,3-сө дәрәжә «Әсәлек даны» ордены менән наградлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыу йәшендәге бер ҡыҙҙары ҡаты ауырыуҙан һуң үлеп ҡала.Бөгөнгө көндә, Аллаға шөкөр, Такаловтарҙың дүрт улы һәм дүрт ҡыҙы күҙле-башлы булып төрлө тарафтарҙа матур донъя көтәләр. Бик татыуҙар,берҙәмдәр, үҙ-ара ныҡ аралашып йәшәйҙәр.
Ҙур ғаиләне ҡарау өсөн әсәй кешегә лә совхоз эшендә төптән егелеп эшләргә тура килә.Бала саҡтан, мәҫәлән, шундай мәлдәр хәтерҙә ҡалған: атай менән әсәй таң һарыһынан парлашып тау аръяғындағы фермаға китә торған инеләр ҙә ҡараңғыла ғына икәүләшеп ҡайтып инерҙәр ине.Ә йәй көндәрендә атайыбыҙҙың көтөүҙән йә йәйләүҙән һыбай ҡайтып төшөүен өйөбөҙ менән һағынып,оло ҡыуаныс менән ҡаршы ала инек. Ул сумкаһында балаларына урмандан «ҡуян күстәнәсе» алып ҡайтырға онотмай торғайны. Бесән мәле лә иң күңелле осор булып иҫтә ҡалған. Атайыбыҙ салғыларыбыҙҙы тапап бирә лә дүрт малайының бер-бер артлы теҙелешеп бесән сабырға төшөп киткәндәрен ҡыуанып ҡарап торор ине, шунан әсәйебеҙҙе эйәртеп беҙҙең арттан төшөр булды...
Атай-әсәйебеҙҙең үҙ-ара матур мөнәсәбәттә булыуына һоҡланып үҫтек. Беҙҙең алдыбыҙҙа уларҙың ауыҙынан насар һүҙ сыҡҡанын ишетмәнек.Әсәйебеҙҙе атайыбыҙ яратып «Сәл» тип кенә йөрөттө, әсәйебеҙ уны исеме менән түгел,ә «балалар атаһы» тип өндәшә ине. Беҙҙең һәр беребеҙгә улар иғтибарлы булдылар, үҙҙәренә генә хас һөйөү менән тәрбиәләнеләр. Бәхетле бала сағыбыҙ хәҙер татлы төш кеүек күңелебеҙҙе йылытып тора.
Бына шулай балалар,ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына күмелеп, бөртөкләп йыйған донъяларына шөкөр итеп, оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисерергә ине лә бит ҡәҙерлеләребеҙгә…Ләкин атайыбыҙ хаҡлы ялға сығыу йәшенә лә етә алмай, 56 йәшендә ҡаты сирҙән беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Күп тә үтмәй әсәйебеҙ ҙә атлауҙан яҙҙы. Һуғыш балалары – күңел яралары,тиҙәр. Улар яҙмышына төшкән ауыр бала саҡ, оҙаҡ йылдар алһыҙ-ялһыҙ бөтмәҫ ферма эше, иҫәпһеҙ донъя мәшәҡәттәре – барыһы ла ошо күңелһеҙ хәлгә сәбәпсе булғандыр. 20 йылдан ашыу аяғына баҫа алмай ултырыу осорон әсәйебеҙ ҡоростай түҙемлек, сабырлыҡ менән үткәрҙе. Изге фатихаларын биреп, ҡөрьән сүрәләрен уҡып, һәр балаһына матур теләктәр бағышлап ултырҙы. Барыбыҙ ҙа ҡулдан килгән тиклем уның ауырыу-һыҙланыуҙарын еңеләйтергә тырыштыҡ,алмашлап тәрбиәләнек,ҡараныҡ,ләкин ҡәҙерлебеҙҙе әжәлдән генә ҡотҡара алманыҡ. Атайыбыҙ вафатына теүәл 30 йыл тигәндә әсәйебеҙ ҙә фани донъянан китеп барҙы. Муйыл ағастары аҡ сәскәләренә күмелгән май айында донъяға килгән гүзәл заттың ғүмере ап-аҡ ҡарлы февраль айында өҙөлдө. Атайыбыҙ ҙа ошо шаҡай (февраль) айында баҡыйлыҡҡа күскәйне.Ошо көндәрҙә атайыбыҙҙы юғалтҡанға – 40,әсәйебеҙ вафатына 10 йыл тула. Ҡәҙерлеләребеҙҙең рухына аяттар бағышлап, зыярат ҡылып, матур хәтирәләр менән иҫкә алып торабыҙ. Мәңге рәхмәтлебеҙ уларға, йәндәре йәннәттә,урындары ожмах түрендә булһын!
Бөгөн, Аллаға шөкөр, ата-әсәйебеҙҙең һигеҙ балаһынан таралған егерме бер ейән-ейәнсәре, утыҙҙан ашыу бүлә-бүләсәре ырыуыбыҙ ебен дауам итә.
Барлыҡ балалары исеменән – Ильяс Такалов.