Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 15:32

Әгәр фатир йәки йорт һатып алғанһығыҙ икән, мөлкәт ҡайтармаһы иҫәбенә уның хаҡынан 260 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара алаһығыҙ

.

Шулай уҡ ипотекаға торлаҡ һатып алған кешеләргә түләнгән процент өсөн 3 миллион һумдан һалым ҡайтармаһы ҡаралған.

Милек хоҡуғын теркәгәндән һуң рәсми рәүештә эшләгән һәм һалым түләгән граждандар теләһә ҡайһы ваҡытта түбәндә күрһәтелгән бер нисә ысул менән һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин.

Эш биреүсе аша. Ҡайтарма алырға хоҡуғығыҙ булыуын раҫлап, һалым инспекцияһына ғариза яҙырға кәрәк. 30 көн эсендә һеҙ һәм эш биреүсегеҙ белдереү аласаҡ. Һуңынан эш урынында ҡайтарма биреүҙәрен һорап ғариза яҙығыҙ. Компания һеҙҙең эш хаҡынан белдереүҙә күрһәтелгән сумма сиктәрендә һалым тотоп ҡалмаясаҡ.

Федераль һалым хеҙмәте аша. Һеҙгә 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырырға һәм кәрәкле документтарҙы беркетергә кәрәк. Декларацияны торлаҡҡа милек хоҡуғы теркәлгән йыл тамамланғандан һуң бирергә мөмкин.

Әгәр һеҙҙең банк Федераль һалым хеҙмәте менән мәғлүмәт алмашыу системаһына тоташтырылһа, милек ташламаһын йыл аҙағында ябайлаштырылған тәртиптә алырға мөмкин. Декларацияны 3-НДФЛ формаһы буйынса тултырырға кәрәкмәйәсәк.

Федераль һалым хеҙмәте 20 марттан да һуңға ҡалмайынса шәхси кабинетығыҙға һалым ташламаһына алдан тултырылған ғариза ебәрә. Уны тикшерергә һәм шәхси кабинетта бушлай алыу мөмкин булған электрон ҡултамға менән раҫларға кәрәк булыр.

Һеҙгә ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:

- фатир һатып алыу, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү һәм ҡабул итеү-тапшырыу акты;

- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан өҙөмтә;

- чектар, квитанциялар, түләү йөкләмәләре, һатыусынан распискалар;

- әгәр ирегеҙҙең йә ҡатынығыҙҙың йәки балағыҙҙың өлөшө өсөн дә түләнһә, никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар;

- ипотека килешеүе, уны ҡаплау графигы һәм банктан процент түләү тураһында белешмә.

Милек ҡайтармаһы менән бер нисә фатир һатып алғанда файҙаланырға мөмкин. Иң мөһиме, дөйөм сумма 260 мең һумдан артмаһын. Ипотека буйынса түләнгән процент өсөн 390 мең һум күләмендә ҡайтарма бер милек объекты буйынса ғына бирелә.

Сығанаҡ: #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: