Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 16:27

Гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов йөҙҙәрсә тамашасыны ҡотҡара

Ислам ҡайҙа барырға белмәгән кешеләргә юл күрһәтеп, үҙе артынан әйҙәй.

Гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов йөҙҙәрсә тамашасыны ҡотҡара
Гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов йөҙҙәрсә тамашасыны ҡотҡара

"Крокус"та гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов йөҙҙәрсә тамашасыны ҡотҡара. Атыу тауыштары ишетелгәс, үҫмер хәүеф килеүен, үҙенең дә, бүтәндәрҙең дә ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуын шунда уҡ аңлай һәм тиҙ эш итә. Тап ошо мәлдә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса алған белеме кәрәгә. Ә бит зал тулы халыҡ, концертҡа 6200 кеше килгән була. Ислам ҡайҙа барырға белмәгән кешеләргә юл күрһәтеп, үҙе артынан әйҙәй, "Экспо" яғына сыҡҡан ишекте асып, хәүефһеҙ яҡҡа сығара. Шулай итеп, 100-ҙән ашыу ғүмерҙе ҡотҡара. Сығанаҡ: Фото: aif.ru.   

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: