Әгәр талпан тәнгә ҡаҙалған булһа, яҡын-тирәлә дауахана йәки поликлиника булмаған осраҡта нимә эшләргә һуң? Бындай осраҡта талпан үҙе килеп сыҡһын өсөн өс ысул тәҡдим итәбеҙ.
1-се ысул:
Энәне утта тотоп ҡыҙҙырабыҙ ҙа осо менән талпандың ҡорһағын тишәбеҙ. Әгәр талпан ҙур булһа, үҙе килеп сығасаҡ.
2-се ысул:
Еп алабыҙ ҙа элмәкләп бәйләйбеҙ. Шул элмәк менән тәнгә ҡаҙалған талпанды тарттырып бәйләйбеҙ. Шунан һуң сәғәт уғы йөрөшө йүнәлешендә әйләндерәбеҙ. Талпан үҙе килеп сығырға тейеш.
3-сө ысул:
Сепрәкте йә булмаһа мамыҡты одеколон (спирт) йәки көнбағыш майына манып, тәнгә ҡаҙалған талпан өҫтөнә ҡаплайбыҙ ҙа бер-ике минут тотабыҙ. Шунан талпан үҙе килеп сығырға тейеш.
Иҫкәрмә! Талпанды тәндән сығарғандан һуң, уның зарарлымы-түгелме икәнлеген белеү өсөн мотлаҡ лабораторияға алып барып тикшереүгә тапшырырға кәрәк. Талпан - үлемесле ауырыу - энцефалит йәки лайма таратыусы икәнлеген иҫтән сығармайыҡ!