Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
1 Май 2024, 05:20

СВО-ла ҡулын юғалтҡан Артур Ғәлиев өйләнгән

Яңы тыуған ғаиләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

СВО-ла ҡулын юғалтҡан Артур Ғәлиев өйләнгәнСВО-ла ҡулын юғалтҡан Артур Ғәлиев өйләнгән
СВО-ла ҡулын юғалтҡан Артур Ғәлиев өйләнгән

Ул Артур менән Виолеттаға ғаилә бәхете теләне.

Уҙған йылдың майында гранатометсы Артур Ғәлиев штурм төркөмөндә иң беренселәрҙән булып дошманға табан бара. Һөҙөмтәлә һалдаттар танк һөжүменә эләгә. Снаряд Артурҙың янында ғына шартлай һәм уның ҡулын яралай.

Артур Ғәлиев ҡулына жгут һала һәм иптәшенә емереклектәрҙән сығырға ярҙамлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар яугирҙең яралы ҡулын ҡотҡара алмай.

Артур Ғәлиев махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Суворов, «Хәрби ҡаҙанышы өсөн» миҙалдары, Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградалана.

Источник: https://vk.com/wall-28883427_127745 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас