+24 °С
Ямғыр
Башҡортостан халҡы июндә ике көн өҫтәмә ял итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Өҫтәмә ялдар 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнө һәм 16 июндәге Ҡорбан байрамы менән бәйле.
10 һәм 11 июндә эшләгәндән һуң аҙна уртаһында - 12 июндә бер көн ял итәсәкбеҙ.
Ҡорбан байрамы 16 июнгә – йәкшәмбегә тура килгәнгә күрә, ял көнө 17 июнгә – дүшәмбегә күсерелә. Шулай итеп, Башҡортостан халҡы ул аҙна аҙағында өс көн - 15, 16 һәм 17 июндә ял итәсәк.