Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Июль 2024, 08:45

Йәшәү йәме – татыулыҡ һәм мөхәббәттә!

8 июль – Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Беренсе тапҡыр рәсәйҙәр был байрамды 2008 йылда – илдә Ғаилә йылы иғлан ителгән саҡта билдәләне. Ошо мәлдән алып барса халыҡтың көтөп алған матур тантанаһына – бер-беребеҙгә, яҡындарыбыҙға ҡарата ихтирам һәм иғтибар байрамына әүерелде ул.

Быйыл да Йылайыр ауылының үҙәк майҙаны был көндө йыр-бейеүҙәрҙән, ихлас ҡотлауҙарҙан, күңелле осрашыуҙарҙан гөрләп торҙо. Бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел, сөнки бындай сараларҙың төп маҡсаты – йәмғиәтебеҙҙә ғаилә статусының баһаһын арттырыу, никахҡа һәм атай-әсәлеккә ыңғай, матур ҡараш тәрбиәләү, ғаилә, туғанлыҡ ҡиммәттәрен нығытыу.
– Һәр заманда ла ғаилә йәмғиәттең нигеҙе, мөхәббәт, тоғролоҡ һәм иртәгәге көнгә ышаныс сығанағы булды һәм булып ҡала, - тине үҙенең ҡотлау телмәрендә район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Рәщит улы Солтангәрәев. – Йылайыр районында талантлы, ижади яҡтан һәләтле балалар тәрбиәләнгән ныҡлы, татыу ғаиләләр күп. Оҙаҡ йылдар дауамында үҙ-ара мөнәсәбәттәрен диндарлыҡ, аҡыл һәм изгелек нигеҙендә ҡороусы ирле-ҡатынлы парҙарға ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Йәмғиәтебеҙҙең төп әхлаҡи нигеҙҙәренең береһе – ышаныслы һәм татыу ғаиләне нығытҡандары өсөн күп балалы ғаиләләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ә йәш ғаиләләргә оҙаҡ йылдар дауамында мөнәсәбәттәренең сафлығын һәм ихласлығы һаҡлаған, данлы ғаилә традицияларын ҡәҙерләгән парҙарҙан өлгө алыуҙарын теләйем.
Был көндө бергә йәшәүҙәренең 60, 50 йыллыҡтарын билдәләүсе бер төркөм юбиляр парҙар сәхнәгә саҡырып тәбрикләнде. Һултантимер ауылынан Хөрмәтулла Фәтхулла улы һәм Мәрзиә Шөғәйеп ҡыҙы Ғәлиевтәр гәүһәр туйҙарын, йәғни, бергә йәшәүҙәренең 60 йыллыҡтарын ҡаршы алһа, Матрай ауылынан Ғәләүетдин Сәйфетдин улы һәм Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы Аҡҡусҡаровтар, Ҡашҡар ауылынан Ислам Мәһәҙей улы һәм Алма Лотфулла ҡыҙы Амантаевтар, Йомағужа ауылынан Шәфҡәт Сәғит улы һәм Дилара Абдулла ҡыҙы Салауатовтар быйыл алтын туйҙарын билдәләй. Бөгөн дә матурҙар, бөгөн дә матур пар улар!
Ғаилә байрамының "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" иҫтәлекле миҙалы ла бар, уны ла тап ошо көндө тапшыралар. Быйыл был мәртәбәле наградаға Йылайыр ауылында йәшәүсе Рөстәм Ғилман улы һәм Айгөл Әхмәр ҡыҙы Ураҡовтар лайыҡ булды. Күркәм ғаилә биш бала тәрбиәләп үҫтергән, районда үткәрелгән барлыҡ йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнаша улар.
Байрамға йыйылыусыларҙы үҙҙәренең йырлы-моңло күстәнәстәре менән үҙешмәкәр артистар ҙа тәбрикләне.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас