+24 °С
Ямғыр
15-16 августа ике көн дауамында Баймаҡ районының Граф күле янындағы майҙансыҡта өсөнсө тапҡыр халыҡ-ара кимәлдәге “Башҡорт аты” фестивале үтә.
Был турала ентекләберәк Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һөйләне. Үткән йылдарҙағы кеүек үк, быйыл фестивалдең программаһы киң йөкмәткеле, ул дүрт блоктан тора.
Беренсе блок йылҡы ите, шулай уҡ ҡымыҙ етештереүсе ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә – йәрминкәһе. Йәрминкәгә "Хәләл" стандарты буйынса эшләгән Башҡортостан етештереүселәре саҡырыла. Фестивалдең төп өлөшөндә, йәрминкәнән тыш, йыл һайын уҙғарылған ҡымыҙ эшләүселәр республика конкурсы була.