Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Август 2024, 08:25

Тыуған нигеҙ үҙенә тарта

Тыуған йорт, тыуған тупраҡ, тыуған нигеҙ... Был тәрән мәғәнәле төшөнсәләр һәр кем өсөн изге һәм ҡәҙерле. Кеше ҡайҙа ғына булмаһын, ниндәй генә урындарҙы күреп һоҡланмаһын, уның күңелен һәр ваҡыт ғәзиз ере, тыуған нигеҙе үҙенә тарта.Ошо көндәрҙә Сәләх ауылының тәбиғи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап торған рухи ҡомартҡыһы, бер быуат һыйырлыҡ хәтирәләр һаҡлаған йорт-музей булараҡ үҙ ишектәрен асты. Быйылғы йылдан башлап йорт-музей атамаһын йөрөткән милли урынға, ошо ауылға нигеҙ һалыусы Сәләх Мөхаммәтсаҙиҡ улы Мортаевҡа таҡтаташ урынлаштырылды. Тантаналы рәүештә музей асылыуы ауылда йәшәүсе халыҡ өсөн дә, ситтә йәшәгәндәргә лә бик матур һәм иҫтәлекле бүләк булды тиһәк бер ҙә хата булмаҫ.

Тыуған нигеҙ үҙенә тартаТыуған нигеҙ үҙенә тарта
Тыуған нигеҙ үҙенә тарта

Йорт-музей тупһаһын баҫып ингәс тә үҙеңде икенсе дәүергә ҡайтҡандай тояһың. Ингән ерҙән башлап иҙәнгә турпышалар йәйелгән, өй түрендәге урындыҡҡа буйлатып ҡорамыштан ҡоралған буй юрған түшәлгән, уртаға аш яулыҡ йәйелгән, һауыт-һаба теҙеп ҡуйылған... Һин килгәнде көткән кеүек хатта... Ә йорт хужалары ҡайҙалыр сыҡҡан да бына-бына килеп инер төҫлө тойола...
Урҙаға буйлатып сигелгән таҫтамалдар эленгән, ә йорттоң иң түрендә сәңгелдәк бәүелә. Урындыҡ янына һауыт-һабалар өсөн ағастан һырлап эшләнгән ҡалып та ултыра. Ә мөйөштә ҡул сайыр өсөн ҡомған һәм еҙ тас ҡуйылған, түбә урҙаһына шәм эленгән... Ул ябай шәм түгел икән, ә үҙенә күрә яҡтылыҡ бирә торған станция. Боронғо ваҡыттарҙа кәрәсин ярҙамында янған был станция ике «ильич» лампочкаһы янырлыҡ ҡеүәт биргән, бындай шәмдәр тик хәлле кешеләрҙә генә булған икән.
Йорт-музейҙың бер өлөшөн мейес алып тора, уны ла күркәм итеп һылап, ағартып ҡуйғандар. Мөйөштәге өҫтәл өҫтөндә Сәләх олатай Мортаевтың документары, ул уҡыған гәзиттәр урынлаштырылған. Ошонда уҡ совет заманындағы радиоалғыс та урын алған. Соланда олатайҙың ҡулдары менән эшләнгән йүкә арҡан, көйәнтә, таш тирмән кеүек әйберҙәрҙе лә күрергә була.
Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, был музейҙа урындағы халыҡ бүләк иткән экспонаттар ҙа бар. Көбө, ағас табаҡ, үтек, тырыз, төрлө шәмдәр һәм башҡа бик күп әйберҙәр нәҡ ауыл халҡы тарафынан барлыҡҡа килгән дә инде.
Сәләх Мортаевтың 3 балаһынан – Сәғиҙә, Фатима, Әбүбәкерҙән килгән вариҫтарын һанап китһәң улар 200-гә яҡын булыуҙары ғорурлыҡ тойғоһо уята. Матур сараға шуларҙың 104-е килгән ине. Тамырҙары әллә ҡайҙарға таралһа ла был көн уларҙы Сәләх ауылында йыйҙы. Уларҙы киләсәктә лә тыуған нигеҙ үҙенә тартып торор тигән ышанысты ҡалабыҙ..


Сарала ҡатнашыусылар фекере:
Вәғиҙә Солтанғолова:
Был йорт Сәләх Мортаевтың ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн бик изге, ҡәҙерле йорт. Күптән хыялланып йөрөй инем, ҡартатайым йәшәгән йортто төҙөкләндерергә тип, Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Иң зур рәхмәтемде тормош иптәшем Руслан Мәҡсүтовҡа белдерәм. Шулай уҡ туғандарыма, Сәләх ауылы халҡына, минең идеямды хуплап, күтәреп сыҡҡан Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотмановҡа еткерәм. Сәләх ауылында ҡалҡып сыҡҡан беренсе йорт киләсэктәлә ауылдың йәме, ҡото булыр, уға иманым камил.

Мәрйәм Һеләүһенова:
– Мин Сәләх ҡартатайымдың иң өлкән ейәнсәре булам. Ошо өйҙө музей итеп асыуҙары өсөн бик ҡыуанам. Минең бала сағым ошо өйҙә үтте. Ҡартатайымдың яратҡан ейәнсәре булып, тубығында ултыра торғайным. Һигеҙ тиҫтәне ваҡлағанда ҡартатай өйөнә килеп ингәс үҙемде бала сағыма ҡайтҡан һымаҡ хис иттем. Күңелгә рәхәт, тыныс был йортта. Хәҙер килеп ҡартатай арҡамдан тупылдатып һөйөр ҙә, кеҫәһенән «лампас» кәнфит сығарып бирер кеүек... Минең бала саҡ хәтирәләрем бик күп инде ул.
Йортто тергеҙеп, ремонтлап, ошондай күркәм итеп ултыртыуға күп көс һалған туғандарыма, айырыуса Вәғиҙә һеңлемә, Сәләх ауылы халҡына ҙур рәхмәт!

Ғәлиә Хәсәнова:
– Мин әсәйемдең ҡартатаһының өйөндә бер ҙә булғаным булманы. Ошоға тиклем һаҡланып, матур көйө ултырған бит әле. Шулай булғас нигеҙе ныҡлы, бәрәкәтле инде.
Өйҙө ошондай кимәлгә алып килеп еткерергә Вәғиҙә батырсылыҡ итте. Беҙ ҙә өмәләрҙән ситтә ҡалманыҡ, иптәшеп менән килеп ярҙам иттек. Беҙҙән тыш өмәләргә туғандар, сәләхтәр ҙә ҡушылды. Күмәкләгән, яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләшеп был өйҙө матур музейға әйләндерҙек. Хәҙер ауылдың йәме булып балҡып ултыра. Балаларыма бында өләсәйегеҙҙең ҡартатаһы йәшәгән, тип таныштырам. Музей эсе матур итеп йыйыштырылған, йыһазландырылған. Ҡарт ҡартатайым йәшәгән дәүерҙәге әйберҙәр, уның фото һүрәте, документтары ҡуйылған.
Йорт тергеҙелде, нигеҙе ныҡлы. Тағы ла 100 йыл торор әле тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас