Новости
8 Августа 2024, 07:51

Ауыл фельдшеры сәғәткә ҡарамай

Ауыл еренә белгестәр йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла.

Ауыл фельдшеры сәғәткә ҡарамайАуыл фельдшеры сәғәткә ҡарамай
Ауыл фельдшеры сәғәткә ҡарамай

Ауыл еренә белгестәр йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла. Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн булдырылған «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 2023 йылда республикабыҙҙа бөтәһе 296 медицина хеҙмәткәренә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Ә быйыл 129 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре дөйөм 144,5 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Быйыл түләүҙәрҙе 33 табип һәм 46 фельдшер аласаҡ тип белдерәләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлә.

– «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаһын ҙур теләк менән башланыҡ, уның маҡсаты – ауыл ерендә медицина ярҙамы сифатын күтәреү булып тора. Был программа буйынса һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре яҡшы льготаларға иҫәп тота ала. 25 меңдән аҙыраҡ кеше беркетелгән медицина учреждениелары белгестәре өс йыл дауамында йылына 1 миллион һум аҡса ала, – ти республика башлығы Радий Хәбиров.

Ҙур мөмкинлектәргә юл ҡуйған «Ауыл фельдшеры» проекты райондарыбыҙҙың бәләкәй ауылдарында йәшәүсе халыҡ өсөн бик тә ҡулайлы. Сөнки медицина хеҙмәткәренең һәр ваҡыт янда булыуы күпкә ышаныслы булыуы тураһында барыһы ла белә. Йылайыр районында эшләүсе фельдшерҙар ҙа ҙур иғтибар үҙәгендә. Бөгөнгө көндә Яманһаҙ ауылы фельдшерлыҡ пункты мөдире Айгүзәл Илнур ҡыҙы Ҡунсбаева ла 2022 йылдың ноябренән «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса эшкә урынлашҡан.

Уның хеҙмәте ауылдаштары тарафынан ҙур баһаға лайыҡ. Сөнки үҙенең белемен, тырышлығын һәм халыҡҡа ҡарата булған оло ихтирамын ул үҙ хеҙмәтендә ҡуллана. Уның турала ауылдаштары тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала:

- Кешегә ҡарата бик иплҽ генә мөнәсәбәттә ул беҙҙең фельдшерыбыҙ. Үҙенең эшен яҡшы белә, ҡасан саҡырһаҡ та тиҙ арала беренсе ярҙам күрһәтергә ашыға. Еңел булмаған эшҽндә уңыштар юлдаш булһын, Айгүзәл Илнур ҡыҙына! - тип йылы тәьҫораттары менән уртаҡлаша Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Зифа Тусалина.

Ауыл биләмәһе башлығы Ислам Амантаев әйтеүенсә Айгүзәл Илнур ҡыҙы халыҡ менән бик әүҙем эш алып бара, ғилемле специалист. Уның наградалары ла ошо хаҡта һөйләй, - ти ул.

– Үҙенең эшенә яуаплы ҡараған, үҙ һөнәрен яратҡан тырыш хеҙмәткәр ул Айгүзәл Илнур ҡыҙы. Бөгөнгө көндә ул үҙен грамоталы белгес итеп күрһәтте, халыҡ менән профилактик эш алып барыуы беҙҙең өлкәлә эшләүселәр араһында ҙур яуаплылыҡ ҡына өҫтәй. Өлкән быуын кешеләрен диспансеризациялау, профилактик тикшереүҙәр һәм диспансер күҙәтеү күрһәткестәре буйынса ла Айгүзәл Илнур ҡыҙы алдынғы урындарҙы биләй, – ти уның турала район дауаханаһы баш табибы Данис Галин.

Фото Данис Галиндың шәхси битләүенән алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас