

Граждандарҙы беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса ҡабул итте. Эшлекле осрашыуҙа Йылайыр район дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин, медицина-социаль экспертиза баш бюроһы етәксеһе урынбаҫары Бибинур Хузеева һәм Башҡортостан республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Сибай филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мәжитова ҡатнашты.
Ҡабул итеү барышында мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла аңлатмалар бирелде. Граждандарҙың һорауҙары: дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү, дауахананы ремонтлау һәм медицинаға ҡағылышлы булды. Осрашыу барышында килгән бөтә һорауҙарға яуаптар һәм аңлатмалар бирелде, мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө өҫтәмә тикшереү һәм өйрәнеү өсөн контролгә алынды.
- Беҙ, үҙебеҙ йәшәгән районыбыҙҙа алып барылған медицина хеҙмәтенә битараф түгел. Шуға күрә район үҙәгендә урынлашҡан дауахана һаҡланып ҡалыуын теләйбеҙ. Мин үҙем генә түгел, минең кеүек йәш әсәләр, буласаҡ әсәйҙәр менән берлектә беҙҙе борсоған ҙур һорау - бала табыу бүлеген тергеҙеү буйынса мөрәжәғәт иттем. Район үҙәгендә тыуым һиҙелерлек кәмене, ә бәпес көткән һәр ҡатын-ҡыҙҙ бөгөнгө көндә районда бала табыу бүлеге булмауы ҙур борсоуға һала, - тип һөйләй Йылайыр ауылында йәшәүсе йәш әсә Зәлиә Әминова.
- Министр урынбаҫарына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән район халҡы мөрәжәғәт итте. Һорауҙар район үҙәк дауаханаһына ремонт үткәреү, дауалау өсөн республика кимәлендәге стационарҙарға йүнәлтмә алыу, инвалидлыҡ юллау һәм башҡа төрлө һорауҙар ҡаралды. Мөрәжәғәт итеүселәр менән ентекле һөйләшеү алып барылды. Ҡайһы бер һорауҙарға урында уҡ яуап бирелде, ҡайһы бер мәсьәләләр планға алынды. Бындай осрашыуҙар төрлө проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә, халыҡтың һаулығын һаҡлауға яңы мөмкинлектәр асыла, - тип осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша район үҙәк дауаханаһы баш табибы Данис Галин.
Район хакимиәте бинаһында граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, эш сәфәрен дауам итеп Елена Николаевна район дауаханаһында булды. Дауахананың территорияһы һәм структура подразделениелары буйлап йөрөп сыҡты. Корпустарҙың санитар торошон һәм бүлексәләрҙең эшен ойоштороуҙы баһаланы, стационар дауалауҙа булған пациенттар менән әңгәмәләште. Район халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты һәм мөмкинлеген тикшерҙе.