Уңған хужабикә буш ваҡыттарында шиғыр яҙыу менән мәшғүл. Күңеленән урғылып сыҡҡан хистәрен шиғыр юлдарына теҙә. Был ижад емештәрендә донъяуи фәлсәфә, тәрән мәғәнә ята. Тирә-яҡтағы матурлыҡты, тормошонда булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә бара ул. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙға Ғәлиә инәй Таһированың бер-нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Уҡығыҙ, уйланығыҙ!
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
***
Тәбиғәттең ҡырҡа үҙгәреүе
Йөрәктәргә шом һала.
Ахырызаман була күрмәһен,
Үҙең һаҡла инде, Аллаһ!
Кешеләр ҙә үҙгәрҙеләрә,
Элекке күек ихлас түгелдәр.
Онотмағыҙ, мәңге йәшәмәйбеҙ,
Ниңә кәрәк үпкәләшеп йөрөүҙәр?
Бер-береһенең уңышын күреп,
Шатланырға бит кәрәк.
Ә ниңәлер, киреһенсә,
Теләйҙәр насар теләк!..
Туған-ара низағтарға
Тәбиғәт тә болара.
Бер туғандар араһы ла,
Йылдан-йыл һыуына бара.
Ә бит туғанлыҡ ептәре,
Ныҡлы булырға тейеш!
Танау сөймә, һауаланма,
Туғаның хәлен бешеш!
Ир-аттарҙың баһаһы ла,
Ниңәлер кәмей бара.
Ҡатын-ҡыҙҙың боҙолоуы,
Күңелгә һала яра.
Аллаһы Тәғәләнең барлығына
Бәғзе берәүҙәр ышанмай,
Дауылдарын ебәреп, донъя ҡуптара,
Хаяһыҙлыҡтарға түҙә алмай.
Ахырызаманды үҙебеҙ яһайбыҙ,
Нәфселәнеп, хөсөтләнеп, һүҙ ташып.
Хаҡ Тәғәлә рәхмәтендә йәшәһәк,
Бәхеттәребеҙ торор ашып!
450 йыл бергә!
Башҡортостан Рәсәй менән –
Дүрт йөҙ илле йыл бергә!
Ата-бабаларыбыҙҙың аманатын,
Һаҡларбыҙ беҙ мәңгегә!
Башҡорт, рус татыулығы,
Яуҙа, эштә һыналған.
Хатта йәштәр өйләнешеп,
Матур ғаиләләр ҡорған.
Президенттарыбыҙ ҙа беҙҙең
Тыныс тормош яҡлылар.
Халыҡ ышанысын яулап,
Алға табан баралар.
Башҡортостан, Рәсәй дуҫлығы
Дауам итһен һәр ваҡыт!
Киләсәк быуын балалары
Бергә атлаһын! Рус һәм башҡорт!
2006 йыл.
Тәбиғәткә һоҡланыу
Ҡыш үтһә, йәмле яҙ килә.
Күңелгә тула шатлыҡ!
Тәбиғәттең яңырыуы һоҡландыра:
Бар ерҙә йәшеллек, сафлыҡ!
Ағастар япраҡ яралар,
Урман йәшеллеккә күмелә.
Аллы-гөллө яландарҙың
Сәскәләре яҡын күңелгә.
Ниндәй күңелле, һоҡланғыс,
Ҡоштарҙың һайрауҙары.
Ара-тирә кәкүк тә саҡыра…
Йәйҙең йәмле саҡтары.
Беҙҙең Башҡортостан еренең
Тәбиғәте матур, шундай бай!
Емеш-еләктең һәр төрлөһө,
Йылғалары балыҡҡа бай.
Аллаһҡа шөкөр итәбеҙ,
Тәбиғәттең матурлығына.
Тыныс йәшәргә яҙһын,
Киләсәк быуын, балалар хаҡына!
Айыҡ тормош менән йәшәйек!
Милләтем өсөн хафаланам
Башҡорттарым, иманға ҡайтығыҙ!
Үҙегеҙ ултырған ботаҡты,
Үҙегеҙ өҙә сапмағыҙ!
Эскелектән тиҙерәк арынып,
Күҙегеҙҙе асып ҡарағыҙ.
Ниндәй матур фани донъя,
Һоҡланып та туйғыһыҙ!
Балалар бит ололарҙан,
Үрнәк алып үҫәләр.
Иҫерек ата-әсәләрҙән
Ниндәй тәрбиә күрәләр?!
Донъяның ҡәҙерен белеп,
Айыҡ тормош менән йәшәйек.
Эсмәй, тартмай, иманлы булып,
Матур итеп донъя көтәйек.
Ғүмер – ағын һыуҙар кеүек,
Белмәй ҙә ҡалаһың үткәнен.
Артыңа әйләнеп ҡараһаң,
Үкенмәҫлек булһын үткәнең!
Был донъяла беҙ ҡунаҡбыҙ
Был донъяла беҙ ҡунаҡбыҙ,
Ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Үҙебеҙҙән һуң ҡалдырырлыҡ,
Изге эштәр эшләп китәйек.
Йәш ағастар ултыртайыҡ,
Шаулап үҫеп китһендәр.
Аҡыллы быуын үҫтерәйек,
Илебеҙгә хеҙмәт итһендәр.
Ата-бабаларҙы онотмай,
Шәжәрәбеҙҙе дауам итәйек.
Балаларыбыҙға дауам итергә,
Аманатыбыҙҙы тапшырып китәйек.
Өйрәтәйек балаларҙы,
Үҙебеҙ белгәндәргә.
Милләтебеҙҙе, динебеҙҙе,
Мәңге хөрмәт итергә.
Белем көнө менән!
Көтөп алынған йәйге каникул,
Тиҙ генә үтеп китте.
Сәскә кеүек матур балаларҙы,
Мәктәп зарығып көттө.
Ҡояш нурына, һыуҙа ҡойоноп,
Еләк-емештәрен дә ашап.
Рәхәтләнеп ял иттеләр,
Буйға үҫеп, яңы көс туптал.
Беренсе сентябрь көнө,
Көләс йөҙлө, бәхетле балалар.
Ҡулдарына гөлләмәләр тотоп,
Мәктәп ишеген асалар.
Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы,
Яңы уҡыу йылы менән ҡотлайбыҙ!
Белем түренә арымай-талмай,
Ҙур ышаныс менән атлағыҙ!
Донъялар имен булһын,
Тырышып белем алығыҙ!
Илдең киләсәге һеҙҙең ҡулда,
Арҙаҡлы шәхестәр булығыҙ!
Ололар һүҙенә ҡолаҡ һалып,
Фатихаларын алып йөрөгөҙ.
Илем, халҡым,телем тиеп,
Бөтә көсөгөҙҙө, белемегеҙҙе бирегеҙ!
Ҡыҙҙарға әйтер һүҙем
Хәҙерге заман ҡыҙҙары,
Һоҡланам да, көйәмен.
Тыуған ил тип, янып эшләп,
Йөрөгәндәренә һөйөнәм.
Ҡайһы ҡыҙҙар үҙҙәренең,
Ҡәҙерен ебәрәләр.
Һыра эсеп, тәмәке тартып,
Йәшлектәрен әрәм итәләр.
Һылыу ҡыҙҙар, һеҙгә әйтәм,
Һеҙ бит буласаҡ әсәйҙәр.
Киләсәк тормошоғоҙҙо уйлағыҙ,
Зәғиф тыумаһын бәпәйҙәр!
Йәш ваҡыттар тиҙ үтәләр,
Берүк, яңылыша күрмәгеҙ!
Ваҡытлыса ғына шаярыуҙар,
Ғазаптарға һалмаҫ тимәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡырҡ өйҙән тыйыу тип,
Әйткән бит боронғолар.
Шуға ҡолаҡ һалығыҙсы,
Юҡҡа әйтмәй бит ололар!
(Тәмәке тартҡан ҡыҙҙы күргәндән һуң тыуған уйҙар.)
Балаларым – күҙ нурҙарым!
Балаларым өсөн шатмын,
Ике ҡыҙым, ике улым.
Бәхетле генә булһындар,
Тормоштары уң булһын!
Ҡыҙҙар булһа әсәләргә –
Ярҙамсы һәм кәңәшсе.
Ә уландар атаһына – терәк,
Донъя йөгөн һөрәүсе.
Балаларым үҙ парҙары менән,
Тигеҙ ғүмер итһендәр.
Тырыш хеҙмәттәре менән
Матур донъя көтһөндәр!
Балаларым, аҡыллы, эшсән,
Тәүфиҡле булып үҫте.
Йәшәһендәр киләсәктә,
Изгелектәрен күреп.
Бала ҡайғылары күрһәтмәһен,
Аттаһы Тәғәләнән һорайым!
Оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт
Булһындарсы, Хоҙайым!