Дәүләт Думаһы яңғыҙ кешеләрҙе мутлашыусыларҙан яҡлау тураһында закон проектын ҡараясаҡ.
Дәүләт Думаһы советы сентябргә күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр төҙөгәндә, яңғыҙ кешеләрҙе мутлашыусыларҙан яҡлауға йүнәлтелгән закон проектын ҡарауҙы тәғәйенләне. Документ республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан әҙерләнгән һәм федераль парламентҡа индерелгән.
– Закон проекты граждандарҙы мутлашыуҙан, атап әйткәндә, фатирҙарға ҡағылышлы бүләк итеү килешеүҙәрен рәсмиләштереү юлынан яҡлауға йүнәлтелгән, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Беҙ яҡын туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә булмаған кешеләр төҙөгән бүләк итеү килешеүҙәрендә мотлаҡ нотариаль таныҡлыҡ индереүҙе тәҡдим итәбеҙ.
Парламент спикеры һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә ғәмәлдәге килешеүҙәрҙе ябайлаштырыу тәртибе граждандар өсөн уңайлы, әммә шул уҡ ваҡытта енәйәтселәр тарафынан тиҙ ышанып барыусан кешеләрҙе алдау өсөн киң ҡулланыла.
– Сит кешегә фатир бүләк итеү өсөн Күп функциялы үҙәккә килеп, кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыу ҙа етә, – тине Константин Толкачев. – Енәйәтселәрҙең ҡорбандары булып йыш ҡына һаулыҡ, хәтер менән проблемалары булған һәм хоҡуҡи мәсьәләләрҙе аҙыраҡ белгән яңғыҙ өлкән йәштәге граждандар тора. Шулай уҡ алкоголь йәки наркотиктарҙан яфаланған граждандар ҙа мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Фатир хоҡуҡтарын юғалтҡандан һуң, зыян күреүселәр судта ғәҙеллекте эҙләй. Оҙайлы суд процесы башлана. Килешеүҙәр бөтә пункттар үтәлеп төҙөлгәс, беренсе инстанция судтары мәсьәләне һәр ваҡыт дәғүәселәр файҙаһына хәл итмәй. Граждандарҙың мөлкәтен юғалтыуҙан һаҡлау өсөн хоҡуҡи механизмды үҙгәртергә һәм ябайлаштырылған процедураны ҡайтанан ҡарарға кәрәк.
Бындай килешеүҙәрҙең нотариаль таныҡлығы граждандарҙың милек хоҡуҡтарын яҡлаясаҡ.
Бынан алда проектҡа Рәсәй Закон сығарыусылар советының ыңғай һығымтаһы алынған.