Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Август 2024, 12:45

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Минең был яҙмам Йылайыр районы Матрай ауылында ғүмер буйы йәшәп, әлеге ваҡытта баҡыйлыҡҡа күскән хөрмәтле, абруйлы, халыҡ ихтирамын яулаған Мозафаровтар ғәиләһе тураһында булыр. Ғәилә башлығы Мозафаров Ғөбәйҙулла Ғибат улы 1933 йылдың 13 декабрендә Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында тыуа, ғаиләһендә берҙән-бер бала була. Ғөбәйҙуллаға 6 ай тигәндә, атаһы Заһит улы Ғибат үлеп ҡала. Әсәһе Байрамбикә Яҡуп ҡыҙы яңгыҙ балаһын аҡыллы, тәртипле, эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Улын бәләкәй сағынан үҙе менән бергә 109-сы ат заводына эшкә алып йөрөй, ул унда кашевар булып эшләй.

Ғөбәйҙулла бик әрһеҙ, тиктормаҫ бала булып буй еткерә. Үҫмер балаға ла эше табыла. Уға ышаныс белдереп, йылҡы малын көтөргә тапшыралар. Шул ваҡыттан алып уның йылҡы малына ҡарата һөйөү хисе уяна. "Йылҡы малы бик аҡыллы йән эйәһе, бөтә нәмәне аңлай, тик һөйләргә телдәре генә юҡ", – ти торғайны Ғөбәйҙулла Ғибат улы.
Шулай итеп, уның хеҙмәт юлы башлана. Егет ҡорона еткәс, кис уйындарға сыға башлай. Шунда осрата ла инде үҙенең буласаҡ кәләшен – ғүмер юлдашын – Арғынова Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙын. Ул Йылайыр районы Суртанүҙәк ауылында 1935 йылдың 15 ноябрендә тыуа.
Яҙҙың матур бер көнөндә, 1955 йылдың март айында, ике йәш йөрәк сәстәрен-сәскә бәйләп, үҙ ғәиләһен ҡоралар. Әсәһе Байрамбикә Яҡуп ҡыҙы үҙенең фатихаларын биреп, Зәйтүнә киленен үҙ ҡыҙылай итеп ҡабул итә.
Арғынова Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙының хеҙмәт юлы 12 йәшенән генә башлана. Тырыш, унған, эшһөйәр ҡыҙ бер ерҙә лә үҙен һынатмай. Бала ғына көйөнсә эҫкерт (скирда) башында ла тора, һарыҡ-кәзәләр ҙә көтә, утын-бесән әҙерләүҙә лә, ырҙында ла эшләй, сеялкала ла йөрөй.
Ул үҙенең хәләл ефете менән 6 балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәс ҡыҙҙары ауырып, 8 айлыҡ сағында донъя ҡуя. Йәш ғәиләгә терәк-таяныс булып Байрамбикә Яҡуп ҡыҙы ла 24 йыл буйы килене менән әсәле-ҡыҙлы шикелле бер һүҙле булып, балаларын үҫтерешеп, тәрбиәләшеп, татыу ғүмер итәләр.
Донъя булғас, юғалтыуҙар ҙа була. Байрамбикә Яҡуп ҡыҙы ла 75 йәшендә, оҙаҡ ауырығандан һуң, яҡты донья менән хушлаша. Улы менән килене матур итеп, еренә еткереп, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата уны.
Ауыр юғалтыуҙан һуң да бирешмәй, бөгөлмәй, улы менән килене тормоштарын дауам итәләр.
Ғөбәйҙулла Ғибат улы тырыш һәм ныҡышмал булып сыға, алдына алған маҡсаттарына ирешә. 4 класс ҡына белеме булыуына ҡарамаҫтан, тракторсыға уҡып сыға, белемен камиллаштырып, электромонтер һөнәренә эйә була. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, белмәгән эше ҡалмай. Бөтөн эште еренә еткереп башҡара: атты ла дағалай, балта оҫтаһы ла була, техниканы ла бик яҡшы үҙләштерә, электрик та булып таныла. Дөйөм әйткәндә, алтын ҡуллы ир-егет инде.
Хеҙмәт юлын ул Сибай ҡалаһындағы "Башкирэнерго"ла дауам итә. Гел алдынғылар рәтендә була, маҡтаулы исем йөрөтә, фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәй. Бик күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар, ял йортона путевкалар менән баһалана. "Победитель соцсоревнования" тигән өс миҙалы бар уның. "Башкирэнергоның" 50 йыллығына ҡарата исем-шәрифе алтын хәрефтәр менән "Намыҫлы һәм сифатлы хеҙмәте өсөн" тигән махсус, именной яҙыу менән яҙылған өҫтәл сәғәте бүләк итәләр.
"Ирмен тигән ирҙең эсендә эйәрле, йүгәнле ат ятыр" тигән мәҡәләгә таянып, ғүмер буйы күңелендә һаҡланып килгән йылҡы малына ҡарата ихтирамы өҫкә сыға, һәм ул "Башкорт" совхозына конюх булып эшкә күсә. Ғөбәйҙулла Ғибат улы эшенә бик етди ҡарай, йылҡыларын матур итеп тәрбиәләй, үҙ ваҡытында аттарҙы менгегә әҙерләй, дағалай торғайны. Аттар ҙа хужаһын аңлайҙар һәм тыңлайҙар. Уның баҡҡан, өйрәткән аттары һабантуйҙарҙа ат ярыштарында һәр ваҡытта беренселәрҙән булдылар. Үҙенең ҡараған аттары менән ауыл тормошонда: "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар", алтын туйҙар, юбилейҙар, өмәләрҙә ихлас ҡатнашты ул.
Матрай ауылы уртаһында йәш үҫентеләр, ағастар ултыртыуҙа ла ҙур өлөш индерҙеләр Мозафаровтар. Ултыртылған йәш үҫентеләр, ағастар ерегеп китһен өсөн, Ғөбәйҙулла Ғибат улы һәр саҡ колонканан биҙрәләп һыу ташып ҡойҙо. Ҡоймаларын төҙәтеп, ауған бағаналарын алыштырып, һынған штакетниктарын яңыртып, ҡый үләндәрен сабып, таҙартып торҙо. Матрай ауылы халҡына һәм киләсәк быуынға, балаларҙың балаларына иҫтәлек, матурлыҡ, хозурлыҡ булһын, тип тырышты. Ғөбәйҙулла Ғибат улына ҙур рәхмәтлебеҙ, сөнки шул үҫкән ағастар араһына бөгөнгө көндә скәмйәләр ултыртып, тимер менән уратып, ауыл паркы эшләнеләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡанда Ғөбәйҙулла Ғибат улының хеҙмәтен баһалап, “Башкорт” совхозы исеменән, район етәкселәре менән берлектә 60 йәшенә ат бүләк итәләр.
Уның хәләл ефете Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙы ла үҙенең хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында дауам итә. Кистән һыу ташып, утын әҙерләп, ҡара таңдан барып, мейес яғып, аш-һыу яраштырып, балаларҙы ҡаршы алыу ай-һай еңел булмағандыр (ул ваҡытта газ, электро плитәләр булмаған әле, һыуҙы ла үҙҙәре ташыған). Ә шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, 35 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләшеүгә бирә. Уның был эштәре баһаланмай ҡалмай. Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, аҡсалата премиялары, ҡул сәғәте һәм башҡа бүләктәре быны раҫлай. "Герой әсә" исеменә лә лайыҡ булып, ике миҙал менән наградлана.
Оло хеҙмәте өсөн уға "Хеҙмәт ветераны" исеме бирелә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай ул, ауыл тормошонда ҡайнай. Йыр, моң һөйөүсе булараҡ, мәзәни сараларҙа сығыш яһай, боронғо халыҡ йырҙарын ихлас күңел менән башҡара. Матрай ауылы "Түңгәүер" фольклор ансамблендә әүҙем ҡатнаша, ниндәй генә саралар үткәрелһә лә, Матрай ауылында, шулай уҡ ситтә булһа ла конкурс-фестиваль һәм көн-күреш сәнғәте күргәҙмәһе, башҡорт халҡының боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сәхнә аша халыҡҡа еткерә. Ҡартлыҡ шатлыҡ тугел, тиҙәр, ләкин һин һәр ваҡыт кешеләр менән аралашып, уларға шатлыҡ өләшеп торһаң, ҡартлыҡ та шатлыҡ була икән.
"Түңгәүер" фольклор ансамблендә Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙы менән бер осорҙа йөрөгән 40 йылдан ашыу ҡатнашып, аралашып, бер туғандай булып киткән әхирәте Хәнифә Исмәғилева, Вәлимә Аллабирҙина, Шәмсиә Исламғолова, Мәрзиә Кейекбирҙина, Сәрүәр Насырова һәм башҡалар үҙ эштәре, һөнәрҙәре менән "Түңгәүер" ансамблен күтәрҙеләр.
Башҡортостандың беренсе һәм аҙаҡҡы президенты Рахимов Мортаза Гөбәйҙулла улы Өфө ҡалаһында Конгресс-холда үткән саранан һуң "Түңгәүер" фольклор ансамблен баһалап, оло рәхмәт йөҙөнән коллективҡа сәхнәлә сығыш яһау өсөн яңы матур костюмдар бүләк итә. Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙын бер һүҙһеҙ, ризаһыҙлыҡ белдермәй Өфөгә, Күмертауға, Салауат, Әбйәлил һәм башҡа бик күп райондарҙа үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуға булышлыҡ иткән Гөбәйҙулла Ғибат улының аңлауы ярҙам иткәндер. Сөнки мал-тыүарҙы, ихатаны, ҡош-ҡорттарҙы ла ҡалдырып торор өсөн ышаныслы кешең булыүы кәрәктер. Ғөбәйҙулла Ғибат улы менән Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙы 53 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. 50 йыл бергә йәшәгәс, алтын балдаҡтар кейзерешеп, алтын туйҙарын ҙурлап, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрәләр. Башкортостан Президентынан юбилярҙарға ҡотлау хаты менән махсус бүләк тапшырылды.
Шулай уҡ район хәкимиәт башлығынан, "Башҡорт" совхозы дирекцияһынан, Матрай ауылы хәкимиәтенән һәм эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан эш урындарынан да бүләктәр тапшырылды.
Алтын туйҙары менән тәбрикләп, йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен ҡушып ҡиммәтле бүләктәрен тапшырғанда, уларға ҡарап, яҡындары, туғандары, балалары һоҡланып, ғорурланып, шатлыҡтарын уртаҡлашты. Әле булһа ла ошо абруйлы, өлгөлө Мозафаровтар ғаиләһен ауылдаштары тик йылы һүҙҙәр, яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алалар. Ғорурланырлыҡ, онота алмаҫлыҡ ауылдаштарыбыҙ бар шул!..
Гүзәл Табылдина.
Матрай ауылы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас