Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2024, 11:34

Грек исемле яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ көсө менән кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйып илтә

.

Грек исемле яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ көсө менән кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйып илтә
Грек исемле яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ көсө менән кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйып илтә

Сергей Мусихин мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Ил оран һалғас мотлаҡ барырға, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөмдө индерергә кәрәк тигән фекергә килдем, ти Максим. Максим иң ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашмағандар яуҙың нимә икәнлеген аңлап бөтмәй, ти ул.

Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡас, һуғыштың бөтә әсеһен-сөсөһөн татыған яугир яу яланында артабан хеҙмәтен дауам иткән егеттәргә ярҙам итергә ҡарар итә һәм үҙаллы гуманитар ярҙам туплай. Яугирға дуҫтары ла ярҙамға килә. Күмәкләгән эш ыраған тигәндәй, ярҙам тиҙ туплана. Махсус хәрби операция биләмәһенә уны прицеплы машиналарҙа алып китәләр. Сергей Мусихиндың дуҫы Андрей Цыганов яугирҙар һәм уларға ярҙам итеү тураһында һүҙ сыҡҡанда күҙ йәштәрен тыйып алмай. Әлфит Рәхмәтуллин Сергей менән бергә эшләгән. Был изге эш уларҙы нығыраҡ берләштергән. Сергейға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ул да әүҙем ҡатнаша. Яугирҙар беҙҙең ярҙамға ныҡ мохтаж, ти Әлфит. Сергей гуманитар йөктө махсус бер урында туплай. Тиҙҙән юлға сығасаҡ гуманитар йөк араһында мәктәп уҡыусылары өсөн дә әйберҙәр бар.

Источник: https://gtrk.tv/heberzer/359987-yaugirzarga-yarzam 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: