Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Сентябрь 2024, 05:34

Һайлауға - һыбай

Исҡужиндар ғаиләһе март айында бик үҙенсәлекле техника менән килеп һайлаһа, бөгөн улар һайлауға һыбай килде.

Һайлауға - һыбайҺайлауға - һыбай
Һайлауға - һыбай

Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Руслан һәм Гүзәлиә Исҡужиндар 5 балаға ғүмер бүләк иткән ишле ғаилә. Илебеҙ, республикабыҙ өсөн мөһим булған һайлауҙарға улар йыл да ҙур теләк менән ҡатнаша. Бына инде нисә йыл дауамында улар ғаилә менән тауыш бирә. 

Март айында үткән һайлауҙарға Руслан Исҡужин үҙе эшләгән ҡарғиҙәрҙә килһә, был юлы ул һыбай килгән. Ишле мал көткән йорт хужаһы башҡорттарға хас булған йылҡысылыҡты үҙ итә һәм был малды ярата.

Исҡужиндарға яҡты киләсәк, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!

 

Һайлауға - һыбай
Һайлауға - һыбай
Һайлауға - һыбай
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас