+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Башҡортостан Башлығын һайлауҙың беренсе көнө. Йылайыр районында асылған һайлау участкаларына халыҡ күпләп ағыла. Һеҙ фотола күргән Әминевтар ғаиләһе лә бөгөн һайлауҙа ҡатнашты. Улар Матрай ауылында урынлашҡан участкала иң беренсе булып һайланы.
Ғаилә башлығы бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияһында ҡатнаша. Әминевтар өс балаға ғүмер бүләк иткән матур ғаилә. Уларға яҡты киләсәк, бәхетле ғаилә тормошо һәм атайҙарының имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!