+24 °С
Ямғыр
Республика Башлығын һайлау — төбәктең алдағы биш йылға үҫеш йүнәлешен билдәләгән мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға.
Ошо һүҙҙәргә таянып, Йомағужа ауылы халҡы тауыш биреүҙәргә һәр ваҡыт дәррәү ҡушыла.
Бөгөн башланып киткән һайлауҙарҙа участка комиссияһы иң беренсе булып һайлаусы Рит Ҡолһаринға матур бүләк тапшырған.
- Үткәрелеп килгән һәр һайлауҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашам, был үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың киләсәге бит, - ти Рит Хәкимйән улы.