Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Сентябрь 2024, 17:58

Район эшҡыуары Данис махсус операцияға дрондар етештерә башлаған

Ул СВО-ның тәүге көндәренән Донбассҡа гуманитар ярҙам ташый, һалдаттарға ярҙам итә. Күп тапҡыр алғы һыҙыҡта булғандан һуң хәрбиҙәргә дрондар кәрәклегенә инанған һәм производство асырға ҡарар иткән.

Район эшҡыуары Данис махсус операцияға дрондар етештерә башлағанРайон эшҡыуары Данис махсус операцияға дрондар етештерә башлаған
Район эшҡыуары Данис махсус операцияға дрондар етештерә башлаған

Белоретта СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн дрондар етештерелә Район эшҡыуары Данис Йыһаншин махсус операцияға дрондар етештерә башлаған.

Ул СВО-ның тәүге көндәренән Донбассҡа гуманитар ярҙам ташый, һалдаттарға ярҙам итә. Күп тапҡыр алғы һыҙыҡта булғандан һуң хәрбиҙәргә дрондар кәрәклегенә инанған һәм производство асырға ҡарар иткән.

Эшҡыуарҙың башланғысы менән уның ике яҡташы Магнитогорск ҡалаһында махсус курс үткән һәм тәүге дронды әҙерләгән. Район йәмәғәтселеге бер миллион аҡса йыйған. Халыҡ тәүге дронға «Бөркөт» тип исем биргән.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас