Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Сентябрь 2024, 18:05

Сүкеш менән класташтарын туҡмаған

Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән.

Сүкеш менән класташтарын туҡмағанСүкеш менән класташтарын туҡмаған
Сүкеш менән класташтарын туҡмаған

Силәбелә фажиғә, бөгөн иртән ҡаланың 68-се махсус-коррекция мәктәбендә уҡыусыларҙың береһе дәрескә сүкеш һәм бысаҡ килтергән. Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән.

Өс бала һәм һөжүм итеүсене туҡтатҡан химия уҡытыусыһы зыян күргән, бер уҡыусы ҡыҙ ауыр хәлдә реанимация бүлегенә оҙатылған. Урында тәфтишселәр эшләй.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас