Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә аҙыҡ-түлек, техника, кейем менән генә түгел, улар өсөн бик кәрәкле булған маскировка селтәрҙәре әҙерләү ҙә ойошторолған.
Ошо көндәрҙә башланып киткән был эшкә Йылайыр ауылының төрлө ойошма коллективтары, шулай уҡ Йомағужа ауылы халҡы ла бик әүҙем ҡушылды. Шулай ҙа яуҙа йөрөгән яҡташтарыбыҙға ярҙам хөрмәтенән ойошторолған был изге эшкә райондаштарыбыҙҙың тағы ла берҙәмерәк ҡушылыуҙарын теләр инек.
– Ошо көндәрҙә ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары бик тә әһәмиәтле эшкә тотондо – маскировка селтәре үрә башланыҡ. Был эш үҙенә күрә бик ҡатмарлы булыуын асыҡланыҡ, ул күп көс һәм ваҡыт талап итә. Шулай ҙа егеттәребеҙгә был селтәрҙәр бик кәрәк, шуның өсөн бар көсөбөҙҙө, йөрәк йылыбыҙҙы һалып, изгелектәребеҙҙе өләшеп, өмөттәр бағлап яугирҙарыбыҙҙы һаҡлаясаҡ кәрәкле әйберҙе ысын күңелебеҙҙән эшләйбеҙ. Һәм яҡташ егеттәребеҙҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарырға ярҙам итер тип ышанабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ иҫән-һау ғына ҡайтһындар, алла бирһә, Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, – ти Йомағужа ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе ветерандар Советы рәйесе Ләйлә Халикова.
Маскировка селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировка селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Ул дошмандан йәшеренергә ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә егеттәргә уларҙы өйҙә көтөүҙәре һәм Тыуған илгә тиҙерәк ҡайтыуҙары тураһында доғалар уҡылыуын иҫкә төшөрә.
Райондың төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре был изге эшкә теләп ҡушылыуы күңелгә бер ни тиклем йылылыҡ өҫтәй һәм берҙәм булырға бурыслы икәнебеҙ тураһында һөйләй.