Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
30 Сентябрь 2024, 04:10

Ҡырмыҫҡалыла "Йәйге Шайморатов уйындары" финалы үтте

Республика этабында зона ярыштарында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 29 команда осрашты. 

Ҡырмыҫҡалыла "Йәйге Шайморатов уйындары" финалы үттеҠырмыҫҡалыла "Йәйге Шайморатов уйындары" финалы үтте
Ҡырмыҫҡалыла "Йәйге Шайморатов уйындары" финалы үтте

«Йәйге шайморатов уйындары» финалын үткәреү өсөн майҙансыҡ булып физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбе булып торҙо. Был мәктәп былтыр «Мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу» федераль программаһы буйынса капиталь ремонттан һуң асылды. Мәктәп фойеһында Ҡырмыҫҡалы районының хәрби-патриотик клубтары күргәҙмәһе эшләне.

Беҙҙең райондан Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларынан торған команда ҡатнашып ҡайтты. Уҡыусыларға был сара бик фәһемле осрашыуҙар, танышыуҙар һәм күңелле ярыштар менән иҫтә ҡалды. 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас